Үҙ эшенең оҫтаһы.
Ғүмеренең күп өлөшөн иретеп-йәбештереү эшенә бағышлаған Ғаяз Ейәнғоловты шулай атаһаң, һис тә арттырыу булмаҫ. Бала сағынан уҡ ошо һөнәр менән ҡыҙыҡһынған Ғаяз ағай, һалдат бурысын үтәп ҡайтҡандан һуң, хеҙмәт юлын Иҫәнғолда буровойҙа башлай.Ә инде тыуған яғында колхоз асылғас,1989 йылда уны Дәүләкән ҡалаһына иретеп-йәбештереүсе һөнәре буйынса уҡырға ебәрәләр. Уҡып сыҡҡас, ул тыуған ауылына ҡайтып йәбештереүсе (сварщик) булып эшләгән.Колхоздар тарҡалғанға тиклем, үҙ һөнәренә тоғро ҡалып, яратҡан эшен намыҫлы үтәй. Һунғы ваҡытта Ғаяз Ейәнғолов "Акбуҙат', "Азамат' хужалыҡтарында ең һыҙғанып эшләүен дауам итә, трактор, машиналар ремонтлай һәм иретеп йәбештереү эштәрен башҡара. Һәр эштәге кеүек тимер эшенең дә үҙ серҙәре, нескәлектәре етерлек.Тимерҙе дөрөҫ итеп киҫергә, бөгөргә кәрәк, һуңынан матур формаға килтереп йәбештереү өсөн бик күп көс һәм сыҙамлылыҡ талап ителә. Ауылдаштарының матур итеп, зауыҡ менән семәрләп, биҙәп яһалған ҡапка-кәртәләүҙәре - уның оҫта ҡулдарының эш һөҙөмтәһе.
Дамир Ҡунаҡҡужин Бикбау биләмәһе менән идара иткән осорҙа, зыяраттарҙы ла тимер рәшәткәләр, профнастил менән төҙөкләндерергә тәҡдим итә. Ғаяз ағай Ғәли ағай Уйылданов менән был изге эште лә атҡарып сыға, ошо биләмәгә ҡараған алты зыяратты ла матур итеп рәшәткәләр һәм профнастил менән кәртәләп ҡуйҙылар.
Әле лә Ғаяз Ейәнғолов ҡул ҡаушырып тик ултырмай, Баймаҡ районында изге урындарҙы төҙөкләндереү өсөн тимер кәртәләүҙәр әҙерләү менән шөгөлләнә. Һәр эште урынына еткереп эшләү өсөн ғаиләнең дә терәк булыуы кәрәк.Люция апай уға бар яҡлап та терәк булған тормош иптәше лә, кәңәшсе лә. Улар бергәләп ике балаға ғүмер бүләк иткән.Улдары Илнур ҙа атаһының юлын дауам итеп, иретеп-йәбештереүсе һөнәрен алып, Өфө юл-төҙөлөш хужалығында эшләй.Ҡыҙҙары Ләйсән иҡтисад белгесе, ғаиләһе менән Норильск ҡалаһында йәшәй.
Үҙ эшен яратып, күңелен биреп башҡарған Ғаяз ағайға артабан дә уңыштар юлдаш булһын, эштәре ауылға йәм өҫтәһен.
