Йəнə ынтылдылар
Йоманың 13-сөнə тура килгəн көндө ҡурҡмайынса, Бахмут ауыл халҡы йыйылып торған, ҡулдарында плакаттар, ауыҙҙарҙа - оран. Ораны иҫке - бахмуттарға пожар машинаһы кəрəк. Былтыр ҙа ҡысҡырып ҡарағайнылар: ППМИ программаһы буйынса, беҙгə янғын һүндерə торған машина ныҡ кəрəк, тип, ҡыҙғанысҡа, программаға элəгə алманылар. Бына быйыл йəнə ынтылалар. Нурия Нуриман ҡыҙы Шарипова, Бахмут ауыл хакимиəте башлығы: - Беренсе йыйылышҡа, коронавирустан һаҡланыуҙың бөтə сараларын күреп, 20-гə яҡын кеше йыйылдыҡ. Үткəн йылда конкурста еңмəгəс, ауылыбыҙға бик кəрəк булған янғын һүндереү техникаһын алыу проекты менəн килəһе йылдағы программала тағы ла ҡатнашырға самаланыҡ. Проектыбыҙҙың хаҡы 1 миллион 500 меңгə төшə, уны еңгəн осраҡта: 1 миллионды дəүлəт инвестициялаһа, ҡалған сумманың 15 процентын ауыл халҡы тапшырыуы, 15 %-ты - спонсорҙар яҙамын алыу һəм ҡалған 15 процентын урындағы ауыл хакимиəте бюджеттан бүлеп биреү ҡаралған. Йома көн - изге көн, бахмуттарҙың хыялдары, фəрештəнең амин тигəн сағына тап килеп, тормошҡа ашһын.
