Ҡаҙ өмәһе

Башҡорт халҡында яҡшы ғәҙәткә инеп киткән байрамдар бик күп. Шуларҙың береһе – ҡаҙ өмәһе. Уның үҙенә күрә тәртибе һәм йолаһы бар.

Ауыл ерендә күп ғаиләләр оя-оя ҡаҙ үҫтерә. Яҙ сыҡҡан бәпкәләр көҙгә оло ҡаҙҙарға тиңләшәләр. Шул ваҡытта хужа йәш килендәрҙе, ҡыҙҙарҙы ҡаҙ өмәһенә саҡыра. Байрамса кейенгән йәштәр, шаян һүҙҙәр һөйләй-һөйләй, күңелле йырҙар көйләй-көйләй, ҡаҙ йолҡалар. Унан ҡаҙҙарҙы көйәнтәләргә элеп йылғаға йәки күлгә барып йыуалар. Бында ла йыр-моң яңғырап тора.

Кисенә байрамда ҡатнашыусыларға өсөн ҡаҙ ите бешә, ҡаҙ майына, танауҙы ҡытыҡлап, ҡоймаҡ ҡойола. Уйын – көлкө, йыр-бейеүҙәр менән өмә ашы үткәрелә.

Ҡаҙ өмәһе – халҡыбыҙҙың көҙгө байрамы.

Ҡаҙ өмәһендә кешеләр бер-береһе менән яҡынданыраҡ аралаша, күңел аса.ҡаҙ өмәһе – көҙгө эштәрҙе бөтөргәс үткәрелә торған байрам. Байлыҡ, муллыҡ, матурлыҡ, тәүге ҡар. Матур тормош, яҡты көн байрамы ул ҡаҙ өмәһе.

“Ҡаҙ өмәһе” байрамының төп маҡсаты – башҡорт һәм татар халыҡтарында борон-борондан йәшәп килгән был матур йоланы, хәҙерге социаль шарттар яраклаштырып, көҙгө байлыҡ, муллыҡ, матурлыҡ байрамына әйләндереү. Халыҡ күңелендәге традицияларҙы нисек бар, шулай аяҡҡа баҫтырыу ғына түгел, ә уларҙы яңыса үҫтереү, уларға бөгөнгө яңғырыш биреү, тәрәнерәк мәғәнәле итеү- байрамдың үҙәк бурысы булырғы тейеш.

Бҽҙ ҙә, Әхмәтйәновтар ғаиләһҽ, ҡаҙ өмәһҽ байрамы ойошторҙоҡ ,тәпәй,баш таҙартыу, ҡанат һыҙырыу ярышы уҙғарҙыҡ,төрлө-төрлө моңло йырҙар йырланыҡ,ҡаҙҙарҙы көйәнтәләргә элҽп Әй буйына төштөк.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей