Эше менән данлы (Аургазинский район)
Ғәҙәтемә ингән: ай һайын ауыл урамдары буйлап яйлап ҡына машинала үтергә яратам. Ауылдарыбыҙҙы береһенән-береһе ыҡсым, төҙөк, матур йорттар биҙәй, гөл-сәскәгә күмелгән ихаталар, еләк-емеш ағаслы баҡсалар йәмләй. Бик күптәрҙә поликорбанат теплицалар, мал-тыуар өсөн ҙур арбаҙ төҙөлгән - былар барыһыла халҡыбыҙҙың сәмләнеп, дәртләнеп донъя көтөүен билдәләй. Шөкөр, халыҡ уңған, егәрле, эшһөйәр. Яңы ҙур өй төҙөүселәр байтаҡ.
Бөгөн мин Михайловка ауылындағы күркәм йорттарҙың береһенә, унда йәшәгән йәмле кешегә туҡталам. Хужалар бына бер нисә йыл инде хаҡлы ялда, шуға ҡарамаҫтан өй хужаһы бик күптәргә яҡшы таныш. Эшләгән эштәре менән бар колхозсылар алдында хөрмәт яулаған Хәлим Мәүлит улы Ғәлекәев ул. Аяҡлы энциклопедиябыҙ. Ниңә улай тип әйтәмме? Сөнки ул колхоздағы һәр йыл миҙгелеген бөгөнгөләй хәтерләй, иҫендә тота, бар ваҡиғаны тәмләп, яйлап һөйләп бирә ала. Ә ниңә һөйләмәҫкә ти - уның бит атҡарған матур эштәре күп булды.
Хәлим Ғәлекәевтың биографияһы ябай, бар совет осоро ауыл малайҙарыныҡы кеүек. Ҡушҡүл ауылында колхозсылар Мәүлит һәм Зәйтүнә Ғәлекәевтарҙың ғәиләһендә 1956 йылдың 4 февралендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Барлығы һигеҙ бала үҫәләр, алты малай һәм ике ҡыҙ. Ауылында башланғыс класта, Михайловкала һигеҙ йыллыҡ мәктәптә уҡып сыға. Унан һуң Первомайский СПТУ-һында тракторист һөнәрен үҙләштерә. 1971 йылда уҡып ҡайтыу менән колхоз идараһы Т-4 Алтай тракторына, Ғарифулла ағай Дилмөхәмәтов янына икенсе тракторист итеп ҡуялар. 1974 йылда Стәрлетамаҡта шоферҙар курсында уҡып танытма алыу менән ГАЗ-51 машинаһын беркетәләр. 1975-1977 йылдар Монголия илендә хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, йыл ярым район Сельхозтехникаһында “Урал” машинаһында шофер булып эшләп ала. 1978 йылдың май айында ауылдашы Минира Минияр ҡыҙы менән ғаилә ҡоралар. Унан һуң йәштәр тыуған ауылға ҡайтып, колхозда эштәрен дауам итәләр. Хәлим Мәүлит улы 1979 йылдан 1988 йылға тиклем тракторҙа сәсеү эштәрендә, ә көҙөн комбайнға ултырып иген һуға. 1984 йылда колхоз ике яңы СК-5 Нива комбайны алды, береһен Мораҙымға тәжрибәле комбайнерға Мәжит ағай Бәхтегәрәевҡа, ә икенсеһен йәш егеткә, Хәлим Ғәлекәевҡа биреп, ышаныс күрһәттеләр. Шул йылдарҙа комбайнерҙар араһында бик сәмле ярыш барыр ине: кем күберәк иген һуға. Әле лә хәтерҙә йәш Хәлим ағайҙы баҫыуҙан ҡыуып ҡайтарып булмай ине, нисек булһала сәбәп табып ҡалырға һәм иртәгелек өсөн бер бункер тултырып ҡуйырға. Был эш дәүерендә Хәлим Мәүлит улы үҙен техниканы яҡшы белгән, бар көсөн эшкә һалған алдынғы механизатор итеп танытты. 1987 йылдың декабрь айында алдынғы механизаторҙы колхоз идараһы бригадаға учетчик итеп ҡуйҙы. Был эште тиҙ арала үҙләштереп, яңыса эшләй башланы ул. Кисен, эш бөтөүгә һәр механизаторға башҡарған хеҙмәтен анализлап: күпме ер һөргән, күпме солярка яндырылған, күпме эш хаҡы иҫәпләнәсәк икәнен аңлатып бирә торғайны. Ә иртәнсәк барыһына ла бригада эшенә дөйөм анализ яһап, Мораҙым бригадаһы менән сағыштырып, егеттәргә яңы бурыстар ҡуя ине.
1988 йылдың апрель айында, уйламағандан миңә колхоз рәйесе йөгөн тапшырҙылар. Ҡышҡа йыллыҡ эштәрҙе тамамлағас, Хәлим Мәүлит улына бригадирлыҡ эшен тәҡдим иттем. Икенсе бригада колхозсылары ла хуплап, бер тауыштан һайлап та ҡуйҙылар. Хәлим Мәүлит улы был яуаплы эште бик ихлас тотоноп башлап ебәрҙе. Холҡо менән тыңғыһыҙ кеше булғас, ал-ял белмәне ул. Бригада советына үҙе кеүек тырыш, егәрле колхозсыларҙы алды. Һәр эште кәңәшләшеп, халыҡ менән уртаҡ тел табып башҡарғас, икенсе комплекслы бригаданың бар эштәре лә алға китте. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында бригадала хеҙмәт дисциплинаһы нығынды. Быны әйтеүе генә еңел, ә бит эштә эскелекте туҡтатыу, тәртип урынлаштырыу үҙе бер көрәш ине. Ҙур сыҙамлылыҡ, бер һүҙлелек, инанғанлыҡ кәрәк уны нығытыу өсөн!
Ул йылдарҙа агроном булып, юғары белемле Сәмән ауылы егете Фәрит Ғәзизов (вафат, урындары йәннәттә булһын) эшләй ине. Мин эшләй башлауға, уның колхоздың сәсеү әйләнешен яңынан төҙөп, ер эшкәртеүҙең фәнни нигеҙләнгән системаһын эшләп, ауыл хужалығы министрлығында раҫлауы иң ҙур уңышы булды. Сөнки колхоз ғүмер буйы сөгөлдөрҙө Өршәк буйы яландарында сәсә ине, был иҫ киткес кәрәкмәгән сығымдарға килтерҙе, баҫыуҙарҙа ел бураны, тупраҡ эрозияһы барлыҡҡа килгәйне. Ошо ваҡытта ике бригадирыбыҙ ҙа Мәүлетҡол ағай Якшин (вафат, урындары йәннәттә булһын) һәм Хәлим ағай Ғәлекәев был яңылыҡтарҙы күтәреп алып, иҫкесә эшләүҙәрҙе туҡтатып, яңы 4-5 баҫыулыҡ сәсеү әйләнешен механизаторҙарға аңлатып, уҡытып, бергәләп эшләргә тотондолар. Бригадир абзыйҙар һынатманылар, сәсеү-ураҡ мәлдәрендә таң менән эш башлайҙар, беҙ йоҡларға төнгө беренселә генә хушлашыр инек. Бригадирҙар һәр ваҡыт атта булдылар, унан коляскалы мотоциклға күсеп көнө буйы бер баҫыуҙан икенсеһенә эш барышын тикшереп, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөп, иртәгәлеккә яңы пландар ҡороп эшләне. Эш һөҙөмтәләре оҙаҡ көттөрмәне, замана ил тарҡалыу кеүек ҡатмарлы осорға тура килһә лә, яландағы эштәр яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе. Колхоз ялансылыҡта бар күрһәткестәр буйынса ла уртаса район күләмен үтеп китте, ә икенсе Михайловка бригадаһы үҫемселек буйынса районда танылыу тапты. Хәлим Мәүлит улы эшләгән осорҙа бригаданың күрһәткестәре, Мораҙым бригадаһына ҡарағанда, бер гектарға бөртөклө культуралар буйынса 4-6 центнерға, сөгөлдөр 50-80 центнерға, кукуруз 20-30 центнерға артыҡ булды. 1990 йылда район буйынса иң күп күләмдә бойҙай етештергән колхоз булып танылдыҡ һәм хөкүмәт ҡарары менән колхоз “Волга” машинаһы менән бүләкләнде, әлбиттә, бында икенсе бригаданың өлөшө тос булды.
Хәлим Мәүлит улы малсылыҡ тармағына ла ҙур иғтибар бирҙе, һәр саҡ ферма мөдиренә кадрҙар мәсьәләһендә ихлас ярҙам күрһәтте. Йыл һайын малдар бесән, һалам, һутлы аҙыҡтар менән етәрлек күләмдә тәьмин ителде, һәм һәр һыйырға һөт һауыу буйынса Михайловка фермаһы районда беренселәрҙән булды. “Нисек өлгөрҙөң?” – тиһәң - “Эш – ул бәхет”, - булыр ине бригадирҙың яуабы. Миңә ошондай хеҙмәт яратҡан, ышаныслы ағай менән эшләүе ҙур таяныс булды.
Хәлим ағай һәр эшкә бик яуаплы ҡараны, сәмләнеп, беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ тип, эшләне. Ҡыштың буранлы көндәрендә беҙ күмәкләп Мораҙымдан ҡар асып килеүгә, был яҡта юлдар таҙартылып, Толбазыға Степановка йә Таштамаҡ аша һәр ваҡыт юлдар асылып ҡуйылыр ине. Ә кистәрен колхоздың һуңғы машинаһы ҡайтҡансы тракторҙар дежурҙа торҙо. Хәлим Мәүлит улы кешене эшләтә белде, егәрлелек менән тотто. Күптәр менән асыуланышты, ләкин иртәгеһен бер ҡасан да асыуын иҫкә төшөрмәне. Һәр ҙур эште еңеп сыҡҡас, барыһын йыйып, матур табын ҡороп, рәхмәт әйтә белде. Уңған, тырыштарҙы һәр йыл йомғаҡтары буйынса бер ваҡытта бүләкһеҙ ҡалдырманы.
Янып, йүгереп 28 йыл бригадир теҙгенен арымай-алмай тартты беҙҙең Хәлим ағай. Өҫтәп үтергә кәрәк, шул йылдар араһында, был 1998-1999 йылдар, колхоз идараһының тәҡдимен кире ҡаҡмай өлкән зоотехник, малсылыҡ буйынса төп белгес тә булды ул. Күптәр аптыраһала, тырышлығы менән матур итеп эшләп алды.
Бөгөн үҙенең бригадир булып эшләгән осоро өсөн ҡыуана ла, ғорурлана ла Хәлим Мәүлит улы. Ҡушкүл, Михайловка ауылдары үҫте, матурланды, күпме колхозсылар яңы өйҙәр һалып керҙе, ауылдарға газ инде, урамдар матурланды. Хеҙмәте лә юғары баһалана Хәлим Мәүлит улының: Президентыбыҙ Мортаза Рахимов Указы (16.10.2008) менән «Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы» менән бүләкләнде, 2016 йылдың 22-се ғинуарында колхозсыларыбыҙҙың дөйөм йыйылышы ҡарары менән “Урал ауыл хужалығы кооперативының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде. Бер нисә тапҡыр район хәкимиәттенең Почет грамотаһы, Рәхмәт хаттары, ике тапҡыр райондың “Иң һәйбәт бригадиры” тигән диплом менән бүләкләнә.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та, тиктормаҫ, дәртле Хәлим ағай ихатала, баҡсала булаша, мал-тыуар аҫырап ғүмер кисерә. “Эш күп, ваҡыт та һиҙелмәй үтә кеүек, тик ғүмер буйы халыҡ менән эшләгәс, ваҡыты менән ҡыйыныраҡ, бынау пандемия таралып халыҡ менән осрашыуҙар кәмене”, - тип зарарланып та алды ул. Хәлим Мәүлет улы йәмғиәт эштәрен элеккесә әүәҫ башҡара, бөгөнгө көндә ауылдың ветерандар советы ағзаһы. Төрлө сараларҙа, ауыл өмәләрендә әүҙем ҡатнаша, халыҡ менән бергә ҡайнап йәшәй. Ҡатыны Минира Минияр ҡыҙы менән өс ҡыҙға гүмер биреп, иңгә-иң терәшеп йәшәйҙәр. Ҡыҙҙары Розалия (1978), Раушания (1982), Рузилә (1995) үҙҙәре әсәй булып яҡындарын өс ейән һәм ике ейәнсәр менән шатландыралар. Афарин, Хәлим ағай, шулай дәртле ҡалып, тормошта әүҙем булып, һаулыҡта йәшәп ятығыҙ.
4 февралдә Хәлим Мәүлит улы юбилейын - 65 йәшен билдәләй. Юбилярға ныҡлы сәләмәтлек, имен тормош теләйбеҙ.
Бар нәмәнән йәм табып, ма¬турлыҡҡа тартылып йәшәгән кешеләр һоҡланыу уята. Ошон¬дай ихлас, тырыш ғаиләләр ауылдарҙың тотҡаһы, йәме булып тора ла инде.
Ф.Дильмухаметов


