Уңғандарға уңыш үҙе юлдаш

Алсаҡ, аралашыусан апай менән район үҙәгенең “Көнкүреш йорто” ал­дында таныштым. Үтәгән ауылынан Гөлнәзирә Баһауетдинова бында көн һайын тиерлек ҡаҙҙар, һөт-ҡаймаҡ һатырға сыға. Уның тәмле, сифат­лы һәм хәләл ризыҡтарын һораусылар күп, үҙенең даими клиенттары ла бар.
Мәҡәләм геройы менән яҡынданыраҡ танышыу өсөн машинабыҙға ултыртып, Үтәгән ауылына юлландыҡ. Тыуған урамдарында йорт һалып сығып, ғаиләһе менән йәшәгән кесе улы Зәбир Баһауетдиновтарға барып туҡтаныҡ. Ишекте асыу менән Гөлнәзирә апайҙы “нәнәй” ҙә, “нәнәй” тип кемуҙарҙан ейән-ейәнсәрҙәре килеп ҡосаҡланы. Улдары Гимназ, Зәбир, килендәре Юлиә, Лиана беҙҙе ихлас ҡаршы алды. Ҡышҡы көндә иртә менән һатыу итергә сыҡҡан әсәйҙәрен килендәре сәй ҡай­натып, тәмле аштар бешереп көтөп торған.

Әсәй – донъя тотҡаһы
Гөлнәзирә апай Мөкәй ауылында һуғыш уҙаманы Миң­нулла Ғәлиулла улы һәм Фәүзиә Әбделнасир ҡыҙы Хәми­тов­тарҙың ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килгән. Үҙенән һуң тыуған тағы өс туғанына хәстәрлекле апай була ул.
Мәктәпте тамамлағандан һуң Мөкәйҙә йәшәүсе һеңлеһенә ҡунаҡҡа килеп йөрөгән Зәйтүн исемле егет менән танышып, сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр. 1982 йылда өйләнешкән пар Үтәгән ауылында төпләнеп, матур донъя көтә башлай. Бер-бер артлы өс балаға ғүмер бирәләр. Байтаҡ йылдар ҡәйнәһе Ғәбиҙә Ғәҙелгәрәй ҡыҙы менән бергә татыу йәшәйҙәр.
Ғаилә башлығы урындағы колхозда тимерлектә эшләй. Уның алтын ҡулдары тимергә генә йән өрмәй, буралар ҙа бурай, мейес тә сығара. Балта оҫтаһы ауылдаштарына йорт, мунса бу­ралары бурай. Уны бик ярҙамсыл кеше булараҡ иҫкә алалар.
Ҡайғы ағас башынан йө­рө­мәй, кеше башынан йөрөй шул. 2004 йылдың һалҡын көҙөндә ғаиләнең ҡарағай ағасынан һалған ҙур йорттары янып көлгә әйләнә. Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай, Баһауетдиновтар ҙа бер нимәһеҙ тороп ҡала.
- Янғын беҙ йоҡлап ятҡанда, таң алдынан сыҡты. Ярай әле күршеләр күреп ҡалып, “яна­һығыҙ”, тип беҙҙе уятып сығар­ҙылар. Күлдәксән көйө урам буйында ҡалдыҡ, документтарҙы ла алырға өлгөрмәнек, - тип ул ҡайғылы көндәрҙе әле булһа тетрәнеп иҫкә ала мәҡәләм геройы.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәлә яңғыҙ йөрөмәй, тиҙәр. Өйҙәре янғандан һуң бер йыл үткәс, Зәйтүн ағайҙың йөрәгенә ин­фаркт булып, 53 йәшендә генә вафат була. Уға улдарын өйлән­дереү бәхетен күрергә насип булмай. Гөлнәзирә апай бала­ларына “атай” ҙа, “әсәй” ҙә булып ҡала.
Гөлнәзирә апай, документтар юллағандан һуң, улдарын ауылда  ҡалдырып, Өфөнөң сабыйҙар йортона эшкә урынлаша. Бер тәүлек эшләй ҙә, ялында баҙарҙа сәй менән хот-дог һатып, көнөнә 300-400 һум аҡса эшләй. Ҡур­тымға фатир алғас, башта Гим­назды, мәк­тәпте тамамла­ғандан һуң Зә­бирҙе лә үҙе менән эшкә алып китә. Йорттары янғандан һуң өлкән ҡыҙы Гөлназдың ярҙамы ҙур була. Барыһы ла уның йортона һыйына. Ауыр мәлдәрҙе бергә күтәрәләр. Әлеге көндә Гөлназ тормош иптәше Илшат менән район үҙәгендә йәшәйҙәр. Гөлназ балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләй. Улдары Рәмил Башҡорт дәүләт педагогия универси­тетында 3 курста уҡый, ҡыҙҙары Гөлшатҡа - 6 йәш.
Ун йыл тирәһе баш ҡалала күмәкләшеп эшләйҙәр һәм йә­шәйҙәр. Егеттәр “Байрам”, “Матрица” магазиндарында эш­ләгән саҡтарында матур, уңған кәләштәр ҙә осрата.
- Икеһе лә иң элек кәләш­тәрен миңә күрһәтте. Матур, аҡыллы ҡыҙҙар, берәүгә күҙ һалғас, башҡаларға ҡарамағыҙ, тип өйрәттем.
Лиана ҡала ҡыҙы булғас, ай-һай, ауыл ерендә йәшәргә риза булырмы икән? – тип икеләнгән инем. Аллаға шөкөр, ауыл­дыҡыларҙан һис ҡалышмайынса донъя көтә киленем. Һыйыр ҙа һауа, һөтөн дә эшкәртә, икмәк тә һала, ҡаҙ ҙа йолҡа, - ти йылмайып Гөлнәзирә апай.
Гимназ менән Юлиәгә туй үткәрәләр. Йәштәр ауылға ҡай­тып, Гөлназ апайҙарында йәшәй башлай. Юлиә Бишбүләк райо­нынан килен булып төшә. Биш йылдан һуң Зәбир ҙә яратҡан ҡы­ҙы Лиананы алып ҡайта. Уларға ла күмәкләшеп туй яһайҙар. Кү­ңел киң булһа, урын етә, ти­ҙәр. Баһауетдиновтар бәләкәй генә йортта татыу, берҙәм донъя көтә. Унда Гимназ менән Юлиәнең ике балалары, Зәбир менән Лиананың улдары тыуа.
Ғаилә ултырып һөйләшкән­дән һуң, иң элек кесе улдары Зә­биргә төп йорт урынлашҡан урам­да йорт һалырға тигән бер фекергә килә. Йорттары янған­лыҡ­тан, район хакимиәте түбән хаҡ менән кредит алырға ярҙам итә. Төҙөлөш буйынса күп эш­тәрҙе ағай менән ҡусты үҙҙәре башҡара.
Гимназ менән Юлиә аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ад­реслы социаль ярҙам прог­рам­маһы буйынса быуаҙ тана алып, мал тота башлайҙар.
Бер нисә йылдан Гимназға йорт һалырға ниәтләй берҙәм ғаилә. Йорт һалыу тип әйтеүе генә анһат. Өй һалыуҙың ауыр­лығын үҙ елкәләрендә татый егеттәр. Улар әле һаман да йорт-ҡураны нығытыу менән мәшғүлдәр.
Әйткәндәй, Гимназ менән Зәбир икеһе лә Олокүлдәге “Мо­нетка” һәм “Магнит” мага­зин­дарына йөрөп эшләйҙәр. Хеҙмәт хаҡы юғары булмаһа ла, тото­роҡло һәм, иң мөһиме, ғаиләнән алыҫта түгел, тиҙәр улар.
Гимназ һәм Юлиә
Был осор эсендә ғаиләләр тағы ла ишәйә. Гимназ менән Юлиә Баһауетдиновтар ҡыҙҙары Лилиә, улдары Илназ эргәһенә Азалия һәм Айназды алып ҡайталар. Бөгөнгө көндә Лилиә - 7-се, Илназ 2-се класта уҡып йөрөйҙәр, Азалияға - алты, Ай­назға - өс йәш. Лилиә - ғаиләлә ҙур ярҙамсы. Ул әсәһе менән аш-һыу тирәһендә ярҙамлашырға ла, туғандарын ҡарашырға ла, йорт тирәһендәге башҡа эштәрҙә булышырға ла өлгөрә. Иң мө­һи­ме, мәктәптә өлгөлө уҡыу­сы­ларҙан һанала. Төрлө конкурс­тарҙа ҡатнашып, Маҡтау ҡағыҙ­ҙары ала, йыр-бейеүгә лә маһир. Күптән түгел “Урал батыр” эпо­сын инглиз телендә яттан һөй­ләп, республика буйынса өсөнсө урын яулаған. Илназ ҡустыһы ла “4” һәм “5” билдәләренә генә уҡып йөрөй. Айырыуса мате­ма­тика фәнен ярата. Мөм­кин­лек­тәре сиклән­гән бала бу­лыу­ға ҡарамаҫтан, ғаиләлә Ил­наз­ды артыҡ иркә­ләтмәйҙәр, ба­рыһы менән тиң күреп тәрбиә­ләйҙәр.
- Табиптар ейәнемдең кәмсе­лектәренә иғтибар итмәҫкә, уны кесе йәштән үҙаллылыҡҡа өйрәтеп үҫтерергә кәңәш итте. Ул бик һәләтле, тырыш һәм ярҙамсыл бала. Тағы бер теләгем бар - ауылда мәктәп ябылмаһын ине. Балаларға үҙ ауылында уҡыуы уңайлы бит, - ти өләсәһе.
Кеселәре Азалия менән Ай­наз әлегә әсәйҙәре эргәһендә иң бәхетле, ғәмһеҙ бала саҡ мәлдәрен кисерә.
Зәбир һәм Лиана
Әлеге ваҡытта Лиана менән Зәбир дүртенсегә атай-әсәй булырға йыйына. 1 класта уҡып йөрөүсе Динислам үҙенә иптәшкә ҡусты көтһә, 5 йәшлек Диана менән 3 йәшлек Зарина беҙгә тағы бер һеңле кәрәк, ти­ҙәр. Балалар иркен, матур йортта атай-әсәйҙәренең йыуа­нысы булып үҫеп киләләр. Динис­лам­дың һеңлеләренә етди ағай булыуы күренеп тора, мәк­тәптә лә теләп шөғөлләнә, ҡуш­ҡан йомоштарҙы ла үтәргә әҙер тора. Ҡыҙҙар ағайҙары мәктәп­тән ҡайтыуын һағынып көтөп тора.
Йәш ғаилә булыуына ҡара­маҫтан, ике ат, һыйыр малы, һа­рыҡтар, тауыҡтар аҫрайҙар. Былтыр аҙбар ҙа төҙөгәндәр. Ағалы-ҡустылы йәй көнө бесән, утын әҙерләп, ат менән ташый­ҙар. Киләсәктә трактор алырға ла уйҙары бар. Йәй көнө килен­дәш­тәр Юлиә менән Лиана 50-шәр ҡаҙ, күпләп брой­лер аҫрайҙар. Уларҙы үҫтереп, эшкәртеп, ҡал­ғанын һатыуға сығаралар.
- Бәпкәләрҙе балалар менән бергәләп күлгә ҡыуып ҡайтыу­ҙары, барып алыуҙары үҙе бер ҡыҙыҡ. Ҡайһы ваҡыт бәпкәләр күл уртаһына тиклем йөҙөп ин­һәләр, үҙебеҙ генә сығара алмай­быҙ. Гимназды йәиһә Зәбирҙе саҡырып, кәмә менән ҡыуып алып сығырға ҡушабыҙ. Шул мәлдәрҙе ҡыш көнө һағынып иҫкә алабыҙ, - тип һөйләй Лиана.
Лиана йәйҙәрен төрлө-төрлө сәскәләр үҫтереү менән мауыға. Йәшелсә-емеш үҫтереп, ҡайнат­малар, компоттар, салаттар ҙа эшләй.
Ике ғаиләнең дә балалары бергә уйнап, дуҫ һәм татыу булып үҫә. Байрамдарҙы, тыуған көн­дәрҙе бергә үткәрәләр. Йәйҙәрен Олокүлдән урамдарына батут саҡыртып килтереп, балаларҙың күңелен күрергә лә өлгөрәләр.
***
Гөлнәзирә апайға әйләнеп ҡайтып, уның балалары өсөн утҡа ла, һыуға ла инергә әҙер булыуы хаҡында яҙғым килә. Балалары ла әсәйҙәрен өрмәгән ергә ултыртмайҙар, уның күрһәткән ярҙамын баһалай беләләр. Гөлнәзирә апайҙың ике йортта ла үҙ бүлмәһе бар. 55 йәшлек юбилейына балалары, туғандары йыйылып, ике бүл­мәһенә лә шкаф бүләк иткәндәр. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары менән дә дуҫ-татыу йәшәйҙәр.
- Аллаға шөкөр, балаларым йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтер­мәй­ҙәр, үҙ-ара ярҙамсыл, туған­сылдар. Улар шулай татыу йәшәгәс, минең дә күңелем тыныс. Улдарымды ла, килен­дәремде лә берәй эшкә тотон­һалар, дәртләндереп торам, күңелдәрен төшөрмәҫкә тыры­шам. Килен менән ҡәйнәнең мөнәсәбәттәре яҡшы булһа, йәштәрҙең ғаилә тормошо алға тәгәрәй, тип һанайым. Улар үҫ­тергән ҡаҙҙарҙы, брой­лер­ҙарҙы, һөт-ҡаймаҡты баҙарға сығарып һатып, аҡса эшләргә ярҙам итәм. Балаларымдың дәрт­ләнеп донъя көткәндәрен күреү - үҙе бер ҡыуаныс, - ти киң күңелле әсәй.
Үтәгән ауылын нәҡ Баһау­тединовтар кеүек йәш, сәмсел, күп балалы ғаиләләр йәмләй ҙә инде. Уларға артабан да ҡуйған маҡсаттарына ирешеп, татыу һәм берҙәм донъя көтөүҙәрен теләйбеҙ.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотолары.

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей