Өлкәндәр компьютер өйрәнә
Өлкәндәр компьютер өйрәнә
Малаяҙ ауылының компьютер грамоталылығына өйрәтеү буйынса уҡыу-консультация үҙәгендә оло йәштәгеләр белем ала. Салауат районының "Яҡтылыҡ" педагогик хеҙмәт ветерандары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, проект етәксеһе Көнһылыу Ғәлиева хәбәр итеүенсә, район буйынса үҙҙәренең компьютер белемен камиллаштырырға теләүсе өлкәндәр бик күп. Мәҫәлән, Мөрсәлим ауылынан Хәнифә Исмәғилова менән Яҙғыйорт ауылынан Риян Исхаҡовты ғына алайыҡ. Улар алыҫ ауылдарҙан аҙнаһына ике тапҡыр килә. Икеһе лә бик ижади һәм алдынғы ҡарашлы пенсионерҙар. Хәнифә Исмәғилова туғыҙынсы тиҫтәне ваҡлаһа ла, ул бик теремек, әүҙем, заман менән бергә атлай. Үҙәктәге дәрестәрҙән ул көс-дәрт ала, шатлыҡ кисерә. Риян Исхаҡовты районда әүҙем, талантлы, ижади кеше булараҡ беләләр. "егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ", тиҙәр. Был мәҡәл тап уға әйтелгән кеүек. ейән-ейәнсәрҙәренән ҡалышмайым, заман менән бергә атлайым, тип компьютерҙы өйрәнергә ҡарар иткән. Өлкән йәштә булыу белем алыуға ҡамасауламай. Теләгең генә булһын!

