Ауыл эшсәндәре тәбрикләнде
3 ноябрҙә районыбыҙҙың ауыл хужалығы эшсәндәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне. Район мәҙәниәт һарайында уҙған тантаналы йыйылышта район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, район Советы рәйесе һәм район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов, Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының үҫемлекселек һәм мал аҙығы етештереү бүлеге начальнигы урынбаҫары Рәшит Рәйес улы Әхмәтшин, “Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге” ДБУ-һы начальнигы Юрий Александрович Родионов, ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте алдынғылары ҡатнашты. Билдәле сәбәптәр айҡанлы сараға әҙ кеше йыйылды.
Байрамда ҡатнашыусы районыбыҙҙың ауыл хужалығы эшсәндәрен Фәнзил Сыңғыҙов тәбрикләне.
-Быйылғы йыл районыбыҙ аграрийҙары өсөн еңелдән булманы, әммә бар агротехник алымдарҙы үҙ ваҡытында ҡулланыу һөҙөмтәһендә 26 мең тонна иген уңышы йыйып алыуға өлгәшелде, гектар ҡеүәте 16,6 центнер тәшкил итте. 1773 гектар майҙанды биләгән шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙып алынып, 45 меңдән ашыу тонна шәкәр заводына оҙатылды, һәр гектар 260 центнерҙан ашыу төшөм бирҙе. Йәнә бер – юғары килемле культура – 2954 гектарҙа үҫтерелгән көнбағыштан 4687 тонна уңыш йыйып алынды, гектар ҡеүәте 15,6 центнер тәшкил итте. 2021-2022 йылғы ҡышлатыу осорона етерлек күләмдә мал аҙығы әҙерләнде. Шартлы һәр баш малға иҫәпләгәндә пландағы 28 центнер урынына 29,8 центнер тупаҫ һәм һутлы мал аҙығы әҙерләнде.
Районыбыҙҙа ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү үҫешә һәм хужалыҡтар һәм кооперация-лар республика маҡсатлы программаларында әүҙем ҡатнаша. Һуңғы өс-дүрт йылда 12 ауыл хужалығы кооперативы барлыҡҡа килеп, шуларҙың 5-һе проекттарҙа ҡатнашып, гранттарға эйә булды.
Ауыл хужалығы предприятиеларының заманса технологияларҙы үҫтереүгә ынтылып, яңы техника һатып алыуы маҡтауға лайыҡ. 2021 йылдың 10 айында 120 миллион һумдан ашыу суммаға техника һәм 8 млн. һумлыҡ мал һатып алынды. Техника яңыртыу буйынса “Восход-СТ” АП ЯСЙ-е, “ШЭ КФХ башлығы Г.М.Тахтаров”, “Сатурн” КХ-һы, “ШЭ КФХ башлығы Р.В.Мөьминов” хужалыҡтары лидерҙар иҫәбендә.
Беҙ республика етәкселегенә, Ауыл хужалығы министрлығына Ғафури районы кешеләренә, айырыуса ауыл хужалығы эшсәндәренә төрлө йүнәлештәге субсидиялар рәүешендә даими ярҙамы өсөн ихлас күңелдән рәхмәтлебеҙ, - тине Фәнзил Фәйез улы һәм районыбыҙҙа уҙғарылған сараларҙа бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән хужалыҡтарға: “Восход-СТ” АП ЯСЙ-е директоры Руслан Зәки улы Бакировҡа, “Урожай” КХ ЯСЙ-е етәксеһе Нәжип Мәжит улы Хисаметдиновҡа, Ленин исемендәге колхоз рәйесе Риф Вәкил улы Мөьминовҡа, “ШЭ Р.В.Рәжәпов” КХ-һы етәксеһе Руслан Венер улы Рәжәповҡа, “ШЭ КФХ башлығы М.Ш.Алиян” етәксеһе Москов Шабабович Алиянға, шәхси эшҡыуар Светлана Ивановна Фоминаға Рәхмәт хаттары һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.
Артабан һүҙ Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы вәкиле – БР Ауыл хужалығы министрлығының үҫемлекселек һәм мал аҙығы етештереү бүлеге начальнигы урынбаҫары Рәшит Әхмәтшинға бирелде. Ул барыһын да БР ауыл хужалығы министры И.И.Фазрахманов, уның урынбаҫары һәм шәхсән үҙе исеменән һөнәри байрамдары менән ҡотлап, юғары күрһәткестәргә өлгәшкән хеҙмәткәрҙәрҙе республиканың Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамоталары менән бүләкләне.
Район Советы һәм район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов тантанаға килеүселәрҙе депутаттар, ҡоролтай һәм ветеринария хеҙмәткәрҙәре коллективы исеменән ҡотлағандан һуң, йәнә бер төркөм алдынғыларға район Советының Маҡтау грамоталарын тапшырҙы.
“Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге” ДБУ-һы начальнигы Юрий Родионов барыһын да Ауыл хужалығы эшсәндәре көнө менән ҡотлап үтте. “Быйылғы йыл ауыл хужалығы өсөн еңелдән булмаһа ла, бирешмәнек, үҫтерелгән бар уңыш йыйып алынып, дәүләткә оҙатылды. Шәкәр сөгөлдөрө бу-йынса “Сатурн” КХ-һы республика буйынса лидерҙар иҫәбендә, һәр гектарҙан 600 центнерҙан ашыу уңыш йыйып алды. Быйылғы ҡоролоҡло йылда соя кеүек культура һәйбәт һөҙөмтә бирҙе, гектар ҡеүәте 30 центнерҙан ашыу булды. Беҙҙең районға хас булмаған рапс, сурепка, етен кеүек майлы культураларҙың уңышы һөйөнөрлөк булды. Көнбағыштан да бығаса булмағанса мул уңыш алынды”, - тине Юрий Александрович. Йәнә бер төркөм хеҙмәт алдынғылары етәксе ҡулынан Маҡтау грамоталары һәм ҡиммәтле бүләктәр алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе.
Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәренә арналған сараны Рәзилә Хәбибуллина менән Фәнзил Ғәлин алып барҙы, мәҙәниәт һарайы артистарының бай йөкмәткеле матур концерты биҙәне. Яңғыҙҡайын ауыл мәҙәниәт йортоноң ҡатын-ҡыҙҙар вокал ансамбле районыбыҙҙың ауыл эшсәндәренә йыр бүләк итте.

