Армиянан һуң бизнесҡа тотоған

Бизнесҡа һәр кем үҙенсә килә- кемдер төрлө өлкәлә көсөн һынай, кемдер ябай дәүләт эшендә оҙаҡ йылдар тырышып эшләгәндән һуң үҙ эшен асырға тотона. Шуныһы көн кеүек асыҡ- эшҡыуарлыҡҡа йәштән килеү яҡшы, сөнки йылдар аяуһыҙ шәп үтә һәм заман үҙгәеп тора, уйлап, барыһын бизмәнгә һалып ултырғансы кемдер нәҡ һин уйлаған бизнесты башлап ебәрергә мөмкин. Ҡала ерлегендә был әллә ни һиҙелмәһә лә, район-ауыл тирәһендә һиҙелә- клиенттар иң беренсе эш башлаусыға өйрәнә, унан һуң асып, уның клиенттарың тартып алыу иһә конфликт тыуҙыра. Беҙҙең мәҡәлә геройы иһә башҡа эштә эшләп тормаған- тәүҙән үк эшҡыуарлыҡҡа тотонған.

Күгәрсен ауылынан Айнур Хөсәйенов 2008 йылдан евротәҙрә эшләү серҙәренә төшөнә башлай. Уға тиклем Ижевск дәүләт техник университетына уҡырға инә, оҙаҡламай армияға китә- Бурятияла сик буйын һаҡлай. Һалдат булып Ватан алдындағы бурысын атҡарғас, егет бизнесҡа тотона. 2011 йылдан Айнур рәсми эшҡыуар сифатында теркәлеп, евроишектәр, тәҙрәләр эшләй, һуңғы осор тарттырмалы түшәмдәр, ҡапҡалар эшләүгә тотонған. Әйтергә кәрәк, Айнур үҙ көсө менән эшләй, быға тиклем дәүләт программаларында ҡатнашып, субсидия алғаны юҡ.
Ҡыш заказсылар әҙәйә, яҙ – күбәйә, шуға күрә эшҡыуар ярҙамға эшселәрҙе сезонлы ғына яллап ала. Йылдар дауамында клиенттары иһә күбәйгән- райондарҙан ғына түгел, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалалрынан да бар улар. Тыныс һәм итәғәтле егет күптәрҙең ышанысына үҙенең эшкә яуаплы ҡарауы менән ингән. Ғаиләһе иһә күңеленә рухи көс биреүсе, алыҫ сәфәрҙәрҙән, тығыҙ графиклы эш көнөнән һуң ул йортона ашҡынып ҡайта.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей