АУЫҘ АСЫП ТОРМАНЫЛАР
Үткəн шишəмбе көндө, “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктəрендə, Яңы Мораптал һəм Яҡут ауылдарында “Ҡышҡы мəрəкəлəр” тип аталған милли уйындар байрамы үтте. Үтте лə китте генə түгел, ə уларҙы “Рəсəй 1. Башҡортостан” каналы журналистары килеп төшөрҙө. Сарала был каналдың алып барыусыһы, “Руссо туристо” проекты авторы Рөстэм Ғəббəсов, район хакимиəте башлығы Юлай Ильясов, “Милосердия” фонды попечителдəр советы етəксеһе Лилиə Михайлова һəм башҡалар ҡатнашты. Морапталдар ҡунаҡтарҙы биҙəлгəн аттар менəн ҡаршы алдылар. Ат янында фотоға төшөү генə үҙе ни тора! Район хакимиəте башлығы Юлай Ильясовҡа, аттарҙың береһе тешлəшə, ныҡ яҡын тормағыҙ тиһəлəр ҙə, малҡайҙар уның ҙур түрə икəнен һиҙгəндəй, янында бик сабыр ғына баҫып торҙолар. “Бала саҡтан ат егеп уйнап үҫкəн кешемен мин”, - тип аттарҙы иркəлəне Юлай Талха улы. Аттарға егелгəн саналарға ултыртып, гармундар уйнап, йырлап ауылдың Киров урамына килеп төшкəс, беҙҙə йолаһы шулай тип, ҡунаҡтар ҡатын-ҡыҙҙарҙы кəритəлəргə ултыртып һөйрəнелəр. Улай ғына ҡаршы алыу менəн бөтмəне əле, тəбриклəү һүҙҙəренəн һуң ҡунаҡтарҙы милли аҙыҡ - сəк-сəктəн дə ауыҙ иттерҙелəр. Аҙаҡ татар халҡының төрлө ҡыҙыҡлы ҡышҡы уйындары күрһəтелде. Унда ауыл халҡы һəм балалар менəн бергə ҡунаҡтар ҙа рəхəтлəнеп уйнанылар. Инде Яҡутҡа ҡуҙғалайыҡ тиһəлəр, морапталдар йорт алдында мейес яғып, ҡаҙанда былау, ҡаҙ бəлеше тағы əллə нимəлəр бешереп, табын да əҙерлəгəндəр икəн. Улар ҡунаҡтарҙы һəм байрамда ҡатнашыусыларҙы өҫтəл артына əйҙəлəнелəр. Тышта эҫе аш ашап, сəй эскəндəн һуң, яңы көс һəм дəрт менəн Яҡутҡа юлланды ҡунаҡтар. Яҡутҡа ҡунаҡтар килеп өлгөрмəгəнсе үк, һəр сараны еренə еткереп ойоштороп үткəрергə өйрəнгəн Рəмзиə Əбйəлилова халыҡтарҙы бергə туплап, ары-бире йүгерə ине. “Ҡунаҡтар килеп етеп килə, хəҙер телевидениеға төшөрəлəр, сара башланғас төрлө һорауҙарға яуаптар, мəҡəлдəр əйтергə тура килəсəк, зинһар, яуап бирегеҙ, ауыҙығыҙҙы асып ултырмағыҙ. Яҡуттар бер нимə лə белмəйҙəр икəн тип əйтмəһендəр”, тип киҫəтеп тə ҡуйҙы ул ауылдаштарын. Ҡунаҡтар килеп еткəс, республикабыҙҙа иғлан ителгəн “Һаулыҡ, əүҙем һəм оҙаҡ йəшəү йылы”н тантаналы рəүештə асып ебəрҙелəр. Һүҙ ыңғайында шуны ла əйтергə кəрəк, районыбыҙҙа йыл буйы дауам итəсəк сараға Яҡут ауылында рəсми старт бирелде был көндө. Сараны район хакимиəте башлығы асты. - Хөрмəтле ҡунаҡтар, барығыҙҙы ла байрам менəн! Əйҙəгеҙ бөгөн үҙебеҙҙе күрһəтəйек, “Рəсəй 1. Башҡортостан” каналынан ҡарап көйөргəҙелəр шəп икəн тиһендəр! Уйнағыҙ, йырлағыҙ, бейегеҙ һəм күңел асығыҙ. Матур ял барығыҙға ла, - тине Юлай Талха улы. Артабан һүҙҙе Яңы Мораптал ауылы хакимиəте башлығы Асҡар Кинжəлиев алды. Ул үҙе етəклəгəн ауыл советы билəмəһендə ҡунаҡтарҙы ҡабул итеүенə ысын күңелдəн шатланғанлығы хаҡында белдерҙе һəм районыбыҙҙа төрлө миллəттəрҙең дуҫ, татыу йəшəүен, спорт яратыуын һыҙыҡ өҫтөнə алды. Асҡар Исат улының һүҙҙəрен иҫбатлап, яҡуттарға ҡунаҡҡа шулай уҡ Керəүле-Илюшкин ауылы мəҙəниəт йортонан “Сеспель” коллективы, Ермолаевоның “Йəшлек” мəҙəниəт һарайынан “Звонница” халыҡ ансамбле лə килгəйне. Башҡорт, татар, сыуаш, рустар бер булып, байрамға йəм өҫтəне. Улар һəр береһе үҙенең һөнəрен күрһəтергə тырышты. Сана, саңғы шыуыу, кемделер ултыртып тас һөйрəү, суҡмар бəреү, “Аҡ тирəк-күк тирəк”, тағы əллə ниндəй, хəҙер инде күптəре онотолоп та барған уйындар уйналды. Мəртəбəһе ни тора - беҙҙе телевизорҙан күрһəтəсəктəр! Был күңел асыуҙа үҙе лə бер рəттəн ҡатнашҡан Рөстэм Ғəббəсов аптырап район башлығынан һорап ҡуйҙы. - Яҡуттар “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнаша тиһегеҙ, ысынлап та эсмəйҙəрме? - Эсмəйҙəр. Бында спорт һөйөүсе, айыҡ тормошто үҙ иткəн тырыш халыҡ йəшəй. - Ҡыҙыҡ, эсмəһəлəр ҙə, төрлө миллəт бергə тупланып, дуҫ булып күңел аса ла белəлəр... - Эйе, ысынлап та, Көйөргəҙе районында дуҫ халыҡ йəшəй. Зыяраттар кəртəлəү, тирə-яҡты тəртипкə килтереү һəм башҡа төрлө өмəлəрҙе лə улар бергə башҡара. Минең йөрəгемə лə көйөргəҙелəрҙең дуҫ һəм берҙəм булыуҙары ныҡ яҡын. - Көйөргəҙе районында иҫ киткес халыҡ йəшəүенə мин дə инандым инде. Сөнки һеҙҙең районға тəүгə килмəйем. Йыш булғанғамы, хəҙер килгəн һайын юлдар ҙа ҡыҫҡараҡ тойола башланы, хатта ҡайһы бер кешелəрҙе йөҙгə лə таныйым. Килəсəктə лə саҡырып тороғоҙ, ə беҙ килеп торорбоҙ. Байрам уйын-көлкө менəн генə бөтмəне, был сарала ҡатнашҡан һəр миллəт вəкиле ҡунаҡтарҙы үҙҙəре əҙерлəгəн өҫтəлгə саҡырҙы. Һый-ниғмəттəн һығылып торған өҫтəлдəрҙə нимə генə юҡ! Тəүҙə өшөткəн һымаҡ булғайны, аҙаҡ, тəмлекəстəр менəн сəй ҙə эсеп алғас, ҡыш һалҡынлығы онотолдо. Беҙҙең халыҡҡа тарыма, тарыһаң - арыма тигəн кеүек, быныһын ауыҙ ит тə, быныһын ҡап, тегеһен һоғон тип, йонсотоп бөттөлəр өҫтəл хужалары ҡунаҡтарҙы. Байрам “Дуҫлыҡ” хороводы менəн тамамланды. Унда барса халыҡ төрлө миллəт бейеүҙəренə һикереп төшөп бейенелəр. Йомғаҡлап əйткəндə, байрам шəп үтте. Яҡуттар ҙа ауыҙ асып торманы. Улармы һуң инде ауыҙ асып ултыра торғандар, мəҡəлдəрҙе лə əллə ҡайҙан ҡысҡырып əйтеп торҙолар, уйындар уйнағанда ла йүгерешеп кенə йөрөнөлəр. Хəҙер “Рəсəй 1, Башҡортостан” каналынан үҙебеҙҙе күрһəтеүҙəрен көтөргə генə ҡалды. Айгөл ХАЛИҠОВА


