Баҫыуҙарҙа эш ҡайнай
Ауыл кешеһе бер ҙә бушап тора алмай, уны бер мәшәҡәт артынан икенсеһе көтә. Аграрийҙар ҙа сәсеүҙе тамамлау менән инде шытып сыҡҡан үҫемлектәрҙе тәрбиәләргә тотондо. Сөнки мул уңыш алыр өсөн сәселгән культураларҙы ваҡытында ҡарау мөһим.
Районыбыҙ баҫыуҙарында ла үҫемлектәрҙе химик утау киң ҡолас менән бара. Был мөһим эшкә “Үҙәк” МТС-ының Ҡырмыҫҡалылағы “Нива” филиалы эшсәндәре тәүгеләрҙән булып тотонған. Улар сәсеүлектәрҙе тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирә. Беҙ барғанда баҫыуҙарҙы эшкәртеү сөгөлдөр плантацияһында бара ине. Унда эш барышына етәкселек иткән бүлексә управляющийы Әнүр Абнасировты, әйҙәүсе агроном Рәүф Мортазинды, бүлексә агрономы Айҙар Бикташевты ла осраттыҡ. Әйткәндәй, унда сервис хеҙмәте лә килгәйне. Инженер Ғәлинур Кәримов спутник аша күрһәткән навигаторҙы алмаштырҙы. Эште заманса техника башҡарыуы бер кемгә лә хәҙер яңылыҡ түгел. Шулай ҙа был навигаторҙың рәт араларын йыһан аша тигеҙләп күрһәтеүе аптыратты һәм һоҡландырҙы!
Әнүр Зәйнулла улының һүҙҙәре буйынса, бүлексәлә дөйөм ер 5412 гектар булһа, быйылғы йылда уның 4972-һендә бөртөклө һәм техник культуралар үҫтерелә. Ә 440 гектары парға ҡалдырылған. Шуларҙан ужым бойҙайы 1267, яҙғы бойҙай 1268, арпа 704, ҡарабойҙай 262, борсаҡ 307, сөгөлдөр 212, көнбағыш 501, рапс 282 гектар ерҙәрҙе биләй. Шулай уҡ күп йыллыҡ үләндәр - люцерна 61 һәм козлятник 494 гектарҙарҙа сәселгән. Ошо майҙан ерҙәрҙең барыһына ла химик утау үткәрелә.
- Ужым культуралары баҫыуҙарында химик утау эшен тамамлап, әлеге ваҡытта яҙғы культуралар сәселгән биләмәләрҙә эшләйбеҙ. Шытымдар яҡшы, сәсеүлектәр күҙгә күренеп күтәрелә. Улар гербицид, фунгицид һәм инсектицид менән ҡый үләндәренә, ҡоротҡостарға һәм ауырыуҙарға ҡаршы эшкәртелә. Химик утау технология буйынса өс тапҡыр уҙғарыла.
Был мөһим эште башҡарыу өсөн һауа торошо булышлыҡ итергә тейеш - 25 градустан артыҡ эҫелек химикаттарҙы киптерә, ямғыр йыуҙыра, ел осора. Шуға ла уңайлы ваҡытты тура килтерергә кәрәк. Шулай ҙа яуаплы эште, әлбиттә, эшсәндәребеҙҙең фиҙаҡәр һәм намыҫлы хеҙмәтенән башҡа башҡарып булмай. Был эшкә байтаҡ техника һәм кеше йәлеп ителде. Баҫыуҙарыбыҙҙы эшкәртеү өс махсус агрегат ярҙамында алып барыла. Химикаттарҙы һибеү механизаторҙар Иван Федоровҡа, Марсель Фәйзуллинға һәм Азаматжон Гапировҡа ышанып тапшырылды. КамАЗ машиналарында цистерналарҙа һыу килтерелә. Борсаҡ баҫыуына Рәфил Яппаров ташыһа, бындағы сөгөлдөр еренә - Илнур Ғафаров, - ти хужалыҡтың әйҙәүсе агрономы Рәүф Мәсхүт улы.
Аграрийҙар үҙ бурыстарын уңышлы үтәп сығыр, һәм тәрбиә күргән ер мул уңыш менән һөйөндөрөр, тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Роза Тажетдинова фотолары.
Газета "Даира"


