“Беҙ бергә-көс!” тигән девиздары бар

Ошо көндәрҙә Ейәнсура район үҙәгендә Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө тантаналы билдәләнде, унда район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Тәлғәт Аҡбутин, Иҫәнғол ауыл биләмәһе башлығы Роберт Мәсәғүтов,район ветерандар Советы рәйесе Нәзирә Кәримова, "Бөркөт" хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе Илшат Батталов һәм башҡалар ҡатнашты.

Мәғлүм булыуынса, Ейәнсурала ни бары алты Бөйөк Ватан һуғышы ветераны бөгөнгө көндә иҫән-һау йәшәй, уларҙың барыһы ла бик өлкән булыу, һаулыҡ мөмкинлектәре бирмәү сәбәпле бынан ары ҙур сараларға, төрлө осрашыуҙарға йөрөрлөк түгел, районыбыҙҙа Афған һуғышы ветерандары ла бар, ләкин уларҙың һаны бик әҙ һәм запастағы яугирҙәр йәш буйынса хаҡлы ялға сығыр йәшкә етеп бара, йә иһә пенсияға сыҡҡан. Шуға күрә бынан ары йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләләү сараларында ҡатнашыу Чечен һәм башҡа локаль һуғыштарҙа ҡатнашҡан ветерандар иңенә ҡалды.

Һүҙ ыңғайында шуны хәтергә алыу урынлы булыр: хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан ветерандарға хөрмәт йөҙөнән район үҙәгендә лайыҡлы һәйкәл төҙөргә кәрәклеге мәсьәләһен иң беренселәрҙән булып әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, айырыуса ғүмеренең һуңғы йылдарында “Ейәнсура таңдары” гәзитендә яҡташтар хаҡында тос мәғәнәле яҙмалар яҙған Марат Сәйфуллин күтәреп сыҡҡайны. “Йәп-йәш кенә көйө, ут өйөрмәһенә, халҡыбыҙ тыныс йәшәһен өсөн эләккән һәм мәғәнәһеҙ тиңһеҙ һуғышта һалдатлыҡ бурысын үтәгән яугирҙәрҙең бер өлөшө әсирлектә интекте, йә яуҙа мәңгелеккә башын һалып, күпме әсәләрҙең-аталарҙың әсе күҙ йәше түгелде, күпме тыуыр сабый тыуа алмай ҡалды, күпме йәрҙәр бәхетһеҙ яҙмышҡа дусар булды. Шулай кеше йәшлектәре, яҙмыштары аҙашты, аймылышты, юғалтыуҙар, тетрәнеүҙәр психик тайпылыштар булып, кемдәрҙелер юлдан яҙҙырҙы. Ҡәһәрле һуғыштар юйылмаҫ тәрән яра, мөһөр һалды.Тыуған еренә ҡайта алған иҫән яугирҙәрҙең күпмеһе шул һуғышта сәләмәтлеген юғалтып, инвалидлыҡ юлларға мәжбүр булды. Онотмайыҡ был мәхшәрҙе, яңы һәйкәл төҙөйөк”, тип бик әрнеп яҙғайны Марат Әбйәлил улы. Иҫ киткес күркәмләнгән Чекмарев паркында урынлаштырылған һәйкәлгә байрамдарҙа барыу ҡыуанысын хеҙмәт ветеранының күреп өлгөрмәүе үкенесле, яҡты рухы шат, риза булһын.

Тантанала район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов бынан бер йыл элек “Бөркөт” хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар Союзын ойоштороп, ошо ваҡыт арауығында йәмәғәтселектә үҙ инициативалары менән төрлө ыңғай һәм өлгөлө эштәр башҡарған, үҙ эшмәкәрлектәрен бөтә яҡлап күрһәтә лә белгән егеттәргә рәхмәт белдерҙе. Берекмәнең үҙ байрағы, эмблемаһы, “Беҙ бергә-көс!” тигән девизы бар, интернет яҫмағында төркөмдәре төҙөлгән һәм йәнле алып барыла. Йәш ветерандар урындағы социаль приютҡа барып, балалар менән тормош һабаҡтары булырҙай осрашыу үткәргән, күстәнәстәр, приздар тапшырған, “Йәшел Башҡортостан” акцияһында “Дуҫлыҡ” паркына үҫентеләр ултыртҡан, Чечняла улдары һәләк булған әсәләргә ярҙам ҡулын һуҙған, артабан да иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа тырышасаҡтар. Яуҙа вафат булған иптәштәре хөрмәтенә баннер эшләткәндәр, уларҙың тыуған ауылдарына барып, хәтер кисәләрендә ҡатнашып, яҡты иҫтәлектәренә баш эйгәндәр, ғөмүмән, һәр кисәлә улар бер минутлыҡ тынлыҡ менән даими иҫкә алына. Егеттәр ауыр тормош хәлендәге ғаиләләргә ҡулынан килгәнсә матди ярҙам күрһәткән. Яугирҙәр Союзда торған иптәштәренең тыуған көндәрен иҫтәлекле билдәләй – ҡәҙимге тормошта бер-береһенә терәк булырға тырыша. Пандемия бәләһенә бәйле күптән түгел халыҡ дружинаһы составына инеп, дөйөм тәртип-профилактика сараларында үҙ өлөштәрен индергәндәр.Союз башҡарған эштәрҙең барыһын да бында яҙып бөтөп булмай – күләмен үҙҙәре яҡшы белә. Әйткәндәй, “Бөркөт” Союзы район хакимиәте фатихаһын алып төҙөлгән һәм артабан да тығыҙ хеҙмәттәшлеккә әҙер. Берекмә рәисе Илшат Батталов әйтеүенсә, бер йыл эсендә егеттәр мәрхәмәтлек акцияларына 60 меңдән ашыу аҡса түккән. Элек төрлөһө төрлө ерҙә хеҙмәт итһә лә (кемеһелер ун һигеҙ йәштән хәрби приказ менән яуға эләкһә, байтағы ябай һалдат хеҙмәтенән һуң үҙ теләге менән контрактҡа ҡул ҡуйып тағы хәрби хеҙмәткә киткән), ветерандарҙы тормош юлдарындағы уртаҡ һыҙат туғандарҙай яҡын иткән, шуға күрә улар бөгөн бер-береһенә “Туғаным!” тип өндәшә.

Паркка хәрби кейемдәрен кейеп килгән бөгөнгө ветерандар араһында төрлө һөнәр кешеләрен осратырға була ине, күптәре вахта ысулы менән ҡырҙа эшләү сәбәпле сараға ҡайта алмаған. Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар көнө бер яҡтан байрам, икенсе яҡтан һуғыштан ҡайта алмаған, йә ҡайтып вафат булған яугирҙәрҙе, офицерҙарҙы хәтергә алыу сараһы ла ине. Уларҙың иҫтәлеге бер минутлыҡ тынлыҡ менән билдәләнде. Артабан Дәмин Марат улы йәмәғәт тормошонда әүҙемлектәре менән айырылып торған ветерандар түшенә “25 йыллыҡ юбилей” миҙалдарын таҡты. Ришат Назаров, Заһир Дилмөхәмәтов, Игорь Халезин, Марсель Тусалин, Юлай Моратов, Нәфис Фәйзуллин, Юрий Наумов, Рәсүл Татлыбаев, Айнур Рәхмәтуллин, Алмас Ейәнбирҙин, Илшат Рәмов, Батыр Күсәрбаев, Винер Байгилдин, Илһам Хәсәнов, Илшат Батталов “Ватаныма хеҙмәт итәм!” тип честь биреп, наградаһын ҡабул итте, бындай миҙалдар киләһе сараларҙа үҙ сираты менән ҡалғандарға тапшырыла барыласаҡ.Законлы никахта бәхетле ғүмер итеүенә 15 йыл тулған Илһам Хәсәновҡа егеттәр иптәштәрсә бүләк тә биреп һөйөндөрҙө. Бер тында тантаналы барған сара бөгөн бында булған һәр кемгә тулҡынландырғыс кәйеф, көслө хистәр бирҙе. Һәүәҫкәр блогер Вадим Ижберҙин ошо мәлдәрҙе видеоға төшөрөп, йүгереп йөрөнө, тирә-йүндә ялт-йолт фотографтар эшләне.

Сара ахырында ветерандар паркта Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә һәйкәлгә сәскәләр һалып, локаль һуғыштарҙа һәләк булған яугирҙәр һәйкәленә веноктар тотоп йүнәлде. Яуҙан туҡтап, ял итеп ултырған тимер һалдат һыны егеттәрҙе сабыр көтөп алғандай тойолдо. Бында ла телмәрҙәр яңғыраны. Теләк бер - Ер йөҙөндә башҡа ҡан-ҡойоштар булмаһын, халыҡтар дуҫ, муллыҡта, бәхетле йәшәһен. Традиция буйынса күмәк фотоға төшөрөлдө. Байраҡтарын елберләтеп ветерандар машиналары артабан символик автоуҙышҡа сыҡты.

Әнисә Бикташева.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей