Бик күңелле булды
Яҡшымбəт ауылы халҡы бар яҡлап та уңған, берҙəм, бик егəрле халыҡ. Эштə лə, йыр-моңда ла, бейеүҙə лə үҙҙəрен hынатмай. Меценаттар ярҙамы тəтемəhə лə (ҡайhы бер ауылдарға элəгеп тора), гөрлəтеп ауылды төҙөклəндерə, матурлай, ауылыма булhын тип тырыша. Төрлө сараларын табып программаларҙа, гранттарҙа ҡатнаша. Йорт тирəhен, тирə-яҡты матурлай, "субботник"тарға ла əүҙем сыға, эшендə лə йөрөй həм дə инде шунан тыш, мал тота, ҡош-ҡорт үрсетə, үҫтерə. Көҙҙөң hуңғы айында өмəлəр башлана. Шуларҙың береhе бəлəкəстəн ҡолаҡҡа hеңеп, ишетелеп үҫкəн "ҡаҙ өмəhе", был фото ла нəҡ шул ҡаҙ өмəhенəн. Бик күңелле булды, ҡыҙ саҡтарҙағы, мəктəп хəтирəлəрен иҫкə алып, hөйлəшеп ултырҙыҡ, 20 йəшкə кире əйлəнеп ҡайтҡандай булдым. Гөлшат ХƏЙБУЛЛИНА,
Яҡшымбəт ауылы


