"Бәйләнештә"
04 июня 2021
Был турала "Бәйләнештә" сайтында бына ни тип яҙғандар: "Ҡарға бутҡаһы" - халыҡ байрамы. Уны үткәрер алдынан ҡыҙ-ҡырҡын, ҡатын-ҡыҙҙар, әбҽй-һәбейҙәр йыйылып кәңәш-төңөш итәләр, байрамды ҡайҙа, ҡайһы көн үткәреү, кемдәрҙе саҡырырға һүҙ беркетәләр. Матур көндәрҙең береһендә күмәкләп бергә йыйылып, тәмле нәмәләр бешереп, самауыр, көршәктәр алып, йылға буйына сығалар. Улар унда бутҡа бешереп, сәй эсеп, йырлап-бейеп күңел асалар.
Ошо йоланы үтәп, беҙ ҙә "Ҡарға бутҡаһы" байрамын үткәрҙек. Ағинәйҙәр, менән бергә балаларға төрлө уйындар уйнатып, бутҡа, сәй менән һыйлап, аҙаҡтан ҡалғанын таштарға, ағастарға һалып, төрлө һамаҡтар әйтеп, ил-йортҡа именлек теләп таралыштыҡ".







