Эш сәфәре.

Шаршамбыла БР Премьер-министры урынбаҫары — республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов  районда эш сәфәре менән булды. Ул район хужалыҡтарында, КФХ-ларҙа яҙғы сәсеү эштәре барышы менән танышты. Министрҙы район башлығы Илдар Нафиҡов менән уның ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғәлим Солтанов оҙатып йөрөнө.

Эш сәфәрен М. И. Фәзрахманов «Красная Башкирия» ауыл хужалығы кооперативынан башланы, уҙған йыл аҙағында сафҡа ингән яңы быҙау ҡураһын ҡараны. Билдәле булыуынса Озерный һәм Покровка фермаларынан да яңы тыуған быҙауҙар ошонда килтерелә. Малдарға ла, унда эшләгәндәргә лә бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған базала бөгөн 500 баш быҙау аҫырала.  Предприятие етәксеһе Раил Фәхрисламов малдарҙы ашатыу, тәрбиәләү алымдары менән таныштырҙы.

— Бында һыуыҡ ысул менән тәрбиәләү алымы ҡулланыла.  Түбән температура, малдарға яҡшы тәрбиә һәм яңы тыуған быҙауҙарҙы ике айға тиклем һәр береһен айырым ситлектәрҙә тотоу йоғошло ауырыуҙарҙың барлыҡҡа килеүенә һәм таралыуына юл ҡуймай. Йәғни йәш малдарҙың именлеген тәьмин итеүгә булышлыҡ итә, — тине Раил Салауат улы. — Күреүегеҙсә, малдарға һөт эсереү ҙә автоматлаштырылған, махсус «һөт таксиһы»нда оператор һөттө тейешле температураға тиклем йылытып, һәр оя алдындағы һауыттарға ҡойоп сыға, ҡулайлама ярҙамында билдәләнгән миҡдар ғына ағыҙыла.

Йәғни малдар ҡасан теләй ашай, алдарынан ашар аҙыҡ та өҙөлмәй. Эшселәр өсөн дә шарттар шәп: бөтә уңайлыҡтар булдырылған ял бүлмәһе бар, эш хаҡы түләүҙә өҙөклөктәр юҡ, бөтә эш автоматлаштырылған.

Һамар базаһында мал үләкһәләрен яндырыу өсөн махсус ҡоролма ҡуйылыуын, йәғни крематорий булдырылыуын да ыңғай баһаланы министр.

Илшат Илдус улы шулай уҡ был хужалыҡтың баҫыуҙарында булып, люцерна сәсеүҙә мәшғүл булған өр-яңы техниканы, сәскестәрҙе лә күрҙе.

«Әбйәлил дәүләт сорт участкаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә Премьер-министр урынбаҫары сәсеү эштәре барышы менән танышты. Был предприятие 2700 гектар майҙанды биләгән баҫыуҙарында  иген, ҡуҙаҡлы, май һәм техник культураларҙың элиталы орлоҡтарын етештереү менән шөғөлләнә. Бөгөн йәмғиәттең сәсеү комплекстары май һығыуға игеләсәк етен һәм көнбағыш орлоҡтарын бураҙналарға һала. Предприятие етәксеһе Сергей Гусев Өфө вәкилен яҙғы баҫыу эштәре барышы менән генә таныштырып ҡалманы, үҙҙәренең өлгәшелгән уңыштары, борсоған проблемалары, киләсәккә пландары хаҡында ла ентекләп һөйләне.

Билдәле булыуынса, «Урал аръяғы Агро МТС-ы» предприятиеһына бөгөн инвесторҙар килде: предприятиеның Әбйәлил филиалы баҫыуҙарында «Агродинамика» компанияһы өр-яңы HORSCH сәскесе менән көнбағыш сәсеүгә тотонған. МТС баҫыуҙарында Илшат Илдус улы тәүлеккә 200-250 гектар майҙанды сәсергә мөмкинлек биргән юғары етештереүсәнле  техниканың нисек эшләүенә шаһит булды.    

Фермер Сергей Старцевтың хужалығында алып барылған һуғарыу системаһы төҙөү проекты айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятты министрҙа. Сөнки яуым-төшөм һәр ваҡыт аҙ булған беҙҙең төбәктә баҫыуҙарҙы һуғарыу ысулы ярҙамында мул уңышҡа өмөт итеп була. Сергей Старцевтың 200 гектар майҙанды һуғарыуға иҫәпләнгән проектын бойомға ашырыуға инвестиция күләме 30 миллион һум тәшкил итәсәк. Был аҡсаға дизель насос станцияһы, шлангалы алты барабан машиналары, 37 гидрант, торбалар һатып алынасаҡ һәм ҡуйыласаҡ.

Бөгөн ЗУЭМВС предприятиеһы (етәксеһе Кәрим Ҡолмөхәмәтов) тарафынан бында эштәр гөрләй: траншеялар ҡаҙылған, әле торбаларҙы йәбештереү, монтажлау һәм һалыу эштәре алып барыла.

Истанбаева Рамиля, корреспондент газеты "Оскон"

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей