Эшен башлаған
Районыбыҙҙа беренсе төҙөлгəн мал үҫтереү комплексы, «Искра» ауыл хужалығындағы фидлот эшен башлаған. Əле СПК председателе Рəмил Мостафин «Ауыл хужалығын үҫтереү һəм Башҡортостандың ауыл хужалығы продукцияһы, сеймалы һəм аҙыҡ-түлек баҙарын көйлəү» программаһы менəн субсидиялар алыуҙа документтар юллап йөрөй. Районыбыҙ етəкселегенəн бирелгəн юридик консультациялар, дəүлəт аша килгəн аҡсалата түлəүҙəр – былар барыһы ла артабанғы үҫешеүгə ныҡлы ярҙам итəсəк. Ə əлегə грандиоз проекттың өлөшлəтə башланып тороуы, ҙур төҙөлөш, пландарҙың нигеҙе булып тора. Əүхəҙи Хəлитов, «Искра» ауыл хужалығының баш зоотехнигы: - Бөгөнгө көнгə мал үҫтереү комплексында 650 баш үгеҙ малы һимертеүҙə тора. Уларҙы ике мал ҡараусы ашата һəм ҡарай, барлыҡ эштəрҙе еңеллəштереп, ауыл хужалығы етештереү кооперативында «Хужа» техникаһы ҡулланыла. Ашатыу рационы иҫəплəнеп, аҙыҡ базаһы тулыландырылған, ашатыу өсөн силос етештерелгəн. Урында малдар һуйылмай, ə терелəй ауырлыҡ менəн Ырымбур өлкəһендəге «Оренбив» ит етештереү комбинатына тапшырыла. Л. КƏРИМОВА
