Гөрлəр мəл етə

Яҙғы сəсеүгə əҙерлек беҙҙең районыбыҙҙа тулы ҡеүəтенə бара. Ауыл эшсəндəре алдына быйыл 93 мең гектарға яҡын майҙанда баҫыу эштəрен атҡарып сығыу бурысы ҡуйылған. Игенселəребеҙҙең бар эше əлеге ваҡытта - минераль ашламалар, үҫемлектəрҙе һаҡлау өсөн препараттар, яғыулыҡ хəстəрлəү, орлоҡтарҙы төрлө ауырыуҙарға ҡаршы торорлоҡ итеп эшкəртеү, уларҙы сəсеүгə əҙерлəп, тейешле кондицияға еткереү. Төбəгебеҙҙең иң эре хужалыҡтарының береһе “Искра” кооперативының Яҡуп бүлексəһенең оҫтаханаһында механизаторҙар техниканы əҙерлек һыҙығына ҡуйып, көндəрҙең матурланғанын көтəлəр. - Бөгөнгө көндə беҙҙең бүлексəлə эштəр тулы ҡеүəтенə бара. Бөтə техниканы техник күҙəтеү үткəрҙек, əле сəскестəрҙе, тағылма инвентарҙарҙы əҙерлəп ҡуйҙыҡ. Ауылдаштарымдың уңғанлығын, бөтмөрлөгөн билдəлəп үтер инем. Альберт Аҡсурин, Самат Сөлəймəнов, Рəмил Искəндəров, Дамир Сиражетдинов, Марс һəм Марсель Емиловтар, Рəмил Яйҡаров һəм башҡа ир-егеттəр ҙур тырышлыҡ күрһəтəлəр. Бындай егеттəр менəн тау аҡтарырға була, - ти хужалыҡтың Яҡуп бүлексəһе етəксеһе Мирас Искəндəров. Фотола: Раил Искəндəров, Мөхəррəм Аблаев, Асҡар Сары, Альберт Килмəтов.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей