Һаман һыҙлай яралар...
Оноторлоҡмо ни?! Һуғышҡа киткән бер генә туған да әйләнеп ҡайтманы: бер туған, ике туған, өс туғандар. Мораптал совхозында эшләгән атайым (унда тәрилкә телефон бар) фашистарҙың әйтмәй-нитмәй төнгө сәғәт дүрттә ерҙән дә, күктән дә утлы ямғыр яуҙыра башлауҙары тураһында хәбәр алып ҡайтты. Бер ни белмәй уйнап йөрөгән беҙ ҙә шымтайышып ҡалдыҡ. Ҡараңғы төшөп килә ине. Бигерәк ҡурҡыныс булып китте.
...Һуғыш бөттө. Ағайымдан бер хәбәр ҙә юҡ. Июнь айында (һуғыш майҙа бөттө) әсәйемде Ермолаевҡаға саҡырттылар. Эҫе көндә ҡулына иптәшкә таяҡ алып, йәйәүләп - ялпылдап, берсә өмөтләнеп, берсә хәүефләнеп бер үҙе юлға сығып китте. Ермолаевканың ҡайҙа икәнен дә белмәйбеҙ, тау башына менеп көтә лә башланыҡ. Икенсе көнөндә илауҙан шешенеп, арып-талып әнейебеҙ ҡайтып етте, беҙҙе күреү менән илап ебәрҙе... Лейтинант йәнәһе лә, мәрхәмәтһеҙҙәр. Кешеләр посылка ала, ә мин – үлем ҡағыҙы. Лейтинанттың әсәһенә генә мәрхәмәт күрһәтәләр, бәғерһеҙҙәр. Нисек кенә ҡайтып еткәндер, көндөң эҫелеге - әлеге кеүек. Әсәйем Туғай Кинйәһенән. Бер туған ике энеһе лә ҡайтманы һуғыштан, шул ғаиләнән, налог түләй алмағас, һыйырын етәкләп, ҡаҙанын һурып алып китәләр, һуғыш бөткәс. Балаларың исемдәренән онотмам, ә былар бер ваҡытта ла онотолмай.
Хәҙисә КИНЙӘБАЕВА, Күмертау ҡалаһы
Дим Ильясов
