Һепертке барыһын да "уҙҙырҙы"
22 ноября 2021
Бөгөн Баймаҡ ҡалаһының йәкшәмбе баҙарында сауҙа итеүселәр ҙә, һатып алыусылар ҙа аҙ булды.Көндөң буранлап тороуы ла быға сәбәпсе булғандыр.
Үткән аҙналағы баҙарға ҡарағанда ҡайһы бер аҙыҡ-түлеккә, тауарға хаҡтарҙың артыуы күҙәтелде.Мәҫәлән, һөткә (1,5 литры - 100 һум), аҡ эремсеккә (1 кг - 100-150 һум), һыйыр итенә ( 350-480 һум), күркә итенә (1 кг - 450), ҡаҙыға (1 кг - 700) күтәрелде.Ә бына селек һеперткеһенең берәүһенә 75 һум һоранылар.Ошоға тиклем уның берәүһен 25 һумға һата инеләр.
Йылҡы итен - 450-480, бер баш ҡыҙыл эремсекте - 90-100, ҡоротто - 80-90, ҡаҙ итен - 500, 1 биҙрә картуфты 350 һум менән һаттылар.Бер пар миндекте 150 һум менән алырға мөмкин булды.

