Һәүетемсә генә донъя көтәләр
Һәүетемсә генә донъя көтәләр
Урмансы ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветерандары Илһам һәм Рима Абдрахмановтар ғүмер буйы ауыл хужалығында эшләгән. Ғаилә башлығы хеҙмәт юлын малсылыҡҡа бәйләһә, уның ҡатыны колхозда ашнаҡсы булған. Икеһе бер ауылда тыуып үҫкән пар 1967 йылдың октябрендә өйләнешә. Илһам Зәйнетдин улы Стәрлетамаҡта зоотехникка уҡып ҡайтып, ғаиләһе менән Силәбе өлкәһенең Муратовка ауылында йәшәй башлайҙар. Унда элекке гөрләп торған совхоз бүлексәһенә зоотехник булып эшкә урынлаша. Бер үк ваҡытта мал табибы эшен дә башҡара. Ә Рима Фәтих ҡыҙы хужалыҡ ашханаһы мөдире итеп тәғәйенләнә. Ул һөт ҡабул итеүсе лә, осеменатор ҙа була. – Муратовкала ун биш йыл йәшәнек. 1984 йылда Урмансыға күсеп ҡайттыҡ. Лаҡлының Хамматов исемендәге колхозының ауылдағы бүлексәһенә икебеҙ ҙә быҙау ҡараусы булып эшкә керҙек, – ти Рима Абдрахманова. Илһам ағай ауылдағы хужалыҡта ла ветеринар врач булып эшләй. Һуңынан ферма мөдире вазифаһын да атҡара. Рима апай иһә колхозда ашнаҡсы була. Уның әйтеүенсә, ул замандарҙа яҙғы баҫыу, урып йыйыу эштәре мәлендә ялан шарттарында 70-әр эшсене ашатырға тура килгән. Колхоздан һуң, ауыл клубында йыйыштырыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Улар икеһе лә өс тиҫтәнән ашыу хеҙмәт стажына эйә. Абдрахмановтар йорт та һалған, дүрт бала үҫтергән. Бөгөн ике ейәнгә, ике ейәнсәргә олатай һәм өләсәй. Рима Фәтих ҡыҙы быйыл 75 йәшен билдәләһә, Илһам Зәйнетдин улы 80-ен тултыра. Оло йәштә булһалар ҙа, һыйыр малы, өсәр баш ат, кәзә, ҡош-ҡорт аҫырайҙар, баҡса үҫтерәләр. Ҡартлыҡҡа бирешмәй, улдары менән бергә һәүетемсә генә донъя көтәләр.
