«Һуғыш яралаған бала саҡ»

Һүҙебеҙ Юлдыбай ауылында йәшәүсе хөрмәтле ағинәй, хеҙмәт ветераны Шәмсинур Әҙеһәм ҡыҙы Нәҙерғолова хаҡында. Шәмсинур апай ауылыбыҙҙың ағинәйе, йәштәрсә етеҙ, һәр ваҡытта ла ҡупшы кейенгән, йөҙөнән нур бөркөлөп тора. Шулай ҙа тормоштоң ауырлығын, уның әсе – сөсөһөн күп татырға тура килгән уға.

Ул 1935 йылдың 28 ноябрендә Матрай районы Ишбулды ауылында Әҙеһәм һәм Хөсниямал Нәҙерғоловтарҙың ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә.

1945 йылда Шәмсинур инәй Әхмәҙулла ҡустыһы менән Юлдыбайҙа беренсе класҡа уҡырға бара. Уға был ваҡытта 9 йәшбула. Юлдыбай урта мәктәбен уңышлы тамамлағандан һуң, Шәмсинур апай Юлдыбайҙағы балалар йортонда өлкән пионервожатый булыпэшләй. Ике йыл эшләгәндән һуң, Өфө ҡалаһындағы 1 – се һанлы медицина училищеһына уҡырға инә. Ауыр булһа ла ул тырышып уҡып, 1959 йылда диплом ала һәм “санитар фельдшеры” һөнәренә эйә була.

Дипломлы йәш белгес уҡыуҙы тамамлағас, тыуған яҡтарына ҡайтырға ашыға. Юлдыбайға ҡайтып, больницала медсестра булып эшләй башлай. 1961 йылда Шәмсинур Әҙеһәм ҡыҙы Шәрифйән Шәкирйән улы Сәйетовҡа тормошҡа сыға. Йәш ғаиләгә Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында ла, Йылайырҙа ла йөшәргә тура килә.

Аҡъярҙа амбулатория фельдшеры булып, ә Йылайырҙа “ Тиҙярҙам” машинаһында эшләргәлә тура килә Шәмсинур апай ға. Шәмсинур Әҙеһәм ҡыҙы ҡайҙағына эшләһәлә үҙе эшенә намыҫ менән ҡарай һәм яратып башҡара.

1975 йылдан 1983 йылға тиклем Юлдыбай профессиональ – техник училищеһында һаулыҡ һаҡлау пунктының фельдшеры булып эшләй. “ Тәүге ярҙам күрһәтеү “ буйынса курсанттарға һабаҡ бирә. Намыҫлы хеҙмәте өсөн күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт ҡағыҙҙары ала. Дөйөм эш стажы 40 йыл.

Шәмсинур Әҙеһәм ҡыҙы хәҙерге көндә лә тулы тормош менән йәшәй. Юлдыбай ағинәйҙәр ҡороноң иң әүҙем ағзаһы йәштәргәлә, өлкәндәргәлә өлгө булып тора. Үҙ ҡулдары менән ҡашмау, селтәр эшләп кейгән. Уларҙы күҙ нурҙарын түгеп, сын ынйы – мәрйен менән биҙәгән. Юлдыбайҙа үткәрелгән “Милли кейемдә – быуаттар сағылышы” конференцияһында “Иң зауыҡлы мили кейем “ номинацияһына лайыҡ була. Ағинәйҙәр ҡоро үткәргән һәр бер сарала әүҙем ҡатнаша, үҙенән йәштәргә фәһемле кәңәштәрен еткерә, бай тормош тәжрибәһе менән уртаҡлаша.

Ике ғәзиз улының һөйөклө әсәһе, килендәре өсөн хөрмәтле ҡәйнә , ейән – ейәнсәрҙәренең яратҡан ҡартәсәһе, ауылдаштары өсөн абруйлы ағинәй

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей