“ИЛЕБЕҘ ТАРИХЫНДА — АУЫЛЫМ ЯҘМЫШЫ”
Иҫке Мөхәмәт ауылында “Илебеҙ тарихында – ауылым яҙмышы” тип аталған төбәк фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте.
Ҡыйғы районы башҡорттары ҡоролтайы Иҫке Мөхәмәт ауылында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Башҡорт тарихы йылын “Илебеҙ тарихында – ауылым яҙмышы” тип аталған төбәк фәнни-ғәмәли конференция менән асып ебәрҙе. Конференцияға күрше Салауат, Балаҡатай, Дыуан, Мәсетле районы ҡоролтайҙары етәкселәре һәм райондарҙың тарих белгестәре саҡырылды.
Мәртәбәле сараға баш ҡала ҡунаҡтары – БДУ доценты, тарих фәндәре кандидаты Ҡалмантаев Нурислам һәм “Аҡбуҙат” балалар журналының баш мөхәррире, шағирә Лариса Абдуллина саҡырылды.
Конференция Иҫке Мөхәмәт урта мәктәбендә ҡунаҡтарҙы хөрмәтләп ҡаршы алыу менән башланып, ауыл буйлап экскурсия менән дауам итте. Күркәм ауыл мәсете, ауылдың данын таратҡан пляж волейболы майҙансыҡтары, шишмә менән таныштырғандан һуң, ауыл клубында башҡорт теле уҡытыусыһы Сәриә Сәлим ҡыҙы Яруллина етәкләгән мәктәп уҡыусыларының “Аҡйондоҙ” интеллектуаль ижад төркөмө ауылдың килеп сығыу тарихы фаразын сәхнәләштерҙе. Сараның төп темаһы булып торған тарихта билдәле шәхес Ҡараһаҡалды был тирәлә хан итеп күтәреү фаразын да сәхнәләштерҙе аҡйондоҙҙар. Шулай уҡ “Күңел сыңы” фольклор ансамбленең һәм ауыл ағинәйҙәренең сығыштары ла алҡыштарға күмелде.
Конференцияның икенсе өлөшө ауыл тарихын барлауға бәйле булды һәм түңәрәк өҫтәл форматында барҙы. Ауыл мәсетенең имам-хатибы А.С. Сәғитов ауылда дин үҫеше тураһында бәйән итһә, ауыл старостаһы В.В. Зарипов Иҫке Мөхәмәт ауылы тарихына байҡау яһаны. Иң йәнле һөйләшеү С.С.Ярулинаның “1739-1740 йылдарҙа Ҡараһаҡал етәкселегендә ихтилалда яҡташтарыбыҙҙың, ауылдаштарыбыҙҙың ҡатнашыуы” исемле сығышынан һуң булды. Тарихсы Н.М. Ҡалмантаев был сығышҡа өҫтәлмәләр индереп, үҙ фекерен әйтте. Салауат районы Лағыр урта мәктәбе директоры, тарихсы Р.Д.Ситдиҡовтың «Ҡараһаҡал етәкселегендәге башҡорт ихтилалында Васҡын (хәҙерге Лағыр) ауылының роле” исемле сығышы бик дәлилле булды, ҡыҙыҡһыныу уятты. Балаҡатай, Дыуан райондары вәкилдәре лә үҙ фекерҙәре менән бүлештеләр.
Башҡорт тарихы йылының штандарты – йыл эмблемаһы һәм Ҡыйғы районы гербы сигелгән туҡыма, төбәк конференциялары дауам итәсәген белдереп, Салауат районы ҡоролтайы вәкилдәренә тапшырылды. Артабан штандарт Балаҡатай, Дыуан, Мәсетлегә юлланып, йыл йомғағы Ҡыйғы районы үҙәгендә яһаласаҡ. Төбәк фәнни-ғәмәли конференцияһы, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү өсөн, демографик хәлде яҡшыртыу буйынса саралар билдәләп, резолюция ҡабул итте. Ауыл мәсете янында, бейек тауҙа, ил яҙмышы тип баш һалған олатай-өләсәйҙәр иҫтәлегенә Хәтер ташы асыу ҙа ҡаралған был резолюцияла.
Шулай итеп, Иҫке Мөхәмәтлеләр Республика "Айыҡ ауыл" конкурсы финалына сығып, айыҡ тормош һайлап, Башҡорт тарихы йылын башлап ебәреп, алдарына тағы ҙур бурыстар ҡуйҙылар.
