Инопланетянин кеүектəр

Ҡурҡыныс сир аҙыу сəбəпле кисə район, ҡала официаль сайттарында КОВИД-19 вирусына бəйле, онлайн брифинг үткəрелде. Унда ябай халыҡ кереп күҙəтеп, үҙҙəрен ҡыҙыҡһындырған һорау бирə ала ине. Тик күҙəтеүселəр һаны ла бик аҙ булды, һорау биреүселəр ҙə булманы. Брифингта əйтеп үтеүҙəре буйынса 29 октябргə ҡарата республикала был яңы сир менəн ауырыусылар һаны 10586 кеше (1 тəүлектə +85).
Районыбыҙҙа пандемия башынан алып 1769 кеше был диагнозға тикшеренеү үтһə, 39-ында был сир асыҡланған. Бөгөнгө көнгə 38 кеше шəбəйһə, əлеге көндə раҫланған диагноз менəн 1 кеше дауаханала ята.
Пневмония сиренəн 25 кеше дауалана. Күмертау ҡалаһы буйынса пандемия башынан был сиргə 19 мең тикшереү үткəрелгəн, шуларҙың 252 -һендə ыңғай диагноз булһа, 182
кеше шəбəйгəн. Дауаханала бөгөнгө көндə 88 кеше ятһа, 2-əүһе ИВЛ аппаратына тоташтырылған. Пневмония менəн дауаханала 67 кеше дауалана. Дауаханаларҙа хəлдəр нисек икəн, был сир менəн ҡалабыҙ дауаханаһында ятып сыҡҡан кешелəр
нимə һөйлəүҙəре хаҡында ла белеште
Сəхəвил МƏҠСҮТОВ, Күмертау ҡалаһы:
- Мин дауаханаға 2 яҡ үпкəмдə
пневмония аҙып киткəс, барып
элəктем. Уй, ауырыу үҙеңə килеп
элəкмəйенсə, уның ниндəй ҡурҡыныс икəнен белмəйһең икəн. Аллам һаҡлаһын, кеше ғəлəмəт ныҡ
ауырый, күҙəтеүе лə ҡурҡыныс.
Дауалаусылар барыһы ла бер
төрлө, мотлаҡ кейемдə йөрөй,
йөҙҙəре лə күренмəй, танырлыҡ
түгел, инопланетянин кеүектəр.
Шəфҡəт туташтарына Хоҙай үҙе
ярҙам, көс, хəл бирһен инде.
Көнө-төнө йүгерешəлəр. Һауа етмəй тип ҡысҡырып, төрлө яҡлап
уларҙы ярҙамға саҡыралар. Кеше
күп, урын етмəү сəбəпле, унда артыҡ көн тотмайҙар, 10 көн ятҡас,
шəбəйеп үк бөтмəһəм дə, ҡосаҡ-ҡосаҡ дарыуҙар яҙып, артабан нисек дауаланыуҙы матурлап
аңлатып сығарҙылар. Алдағы көндəр менəн сағыштырғанда хəлем
күпкə яҡшы, Аллаға шөкөр. Өйҙə
дауаланыуың бəхет икəн.
 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей