Испанияла — баймаҡтарҙың ҡаҙ өмәһе
Башҡорттарҙы яҙмыш ҡайһы та-
рафтарға ташлаһа ла, улар үҙ йо-
лаларына тоғро ҡала. Әсә телендә
һөйләшеп, самауыр сәйҙәре эсеп,
йома көндәрендә май еҫе сығарыу
өсөн бауырһаҡтар бешереп йәшәүҙән
айырыла алмай улар. татыулыҡты,
дуҫлыҡты, изгелекте юлдаш иткән
яҡташтарыбыҙ башҡа милләт-
халыҡты ла беҙҙең ғөрөф-ғәҙәттә-
ребеҙ менән ихлас таныштыра.
Нәҡ шундайҙарҙың береһе
ул – Нәзилә Юнысова. Мөләйем,
матур, уңған ханым сығышы ме-
нән Ишмөхәмәт ауылынан. Ул
Испанияның Севилья ҡалаһында
2007 йылдан алып йәшәй. ошо
көндәрҙә Нәзилә Юнысова гөр-
ләтеп... ҡаҙ өмәһе үткәрҙе. Испа-
ния күген башҡортса шаярып-
көлөүҙәр, беҙҙең йыр-моң яңғы-
ратты. "Һәр милләттең үҙ теле, үҙ
тарихы, үҙ йолалары бар. Беҙ
шуның менән үҙенсәлеклебеҙ һәм
байбыҙ. Испанияла төрлө халыҡ бер
ғаилә булып, дуҫ-татыу йәшәйбеҙ.
Ниндәй милләттән булмаһын, һәр кем
тәү сиратта Кеше булып ҡалырға
тейеш. Һәм, әлбиттә, үҙ телен, моңон,
ғөрөф-ғәҙәттәрен ихтирам итергә те-
йеш. Беҙ ҙә аят уҡытып, дини бай-
рамдарҙы үткәреп йәшәйбеҙ. Коро-
навирус булғас өйҙә ултырабыҙ, шуға
күрә хәҙер ҡул эштәренә тотондоҡ.
Әле бына ҡорама тегергә уйлайбыҙ.
Киләһе маҡсат – башҡорт тирмәһен
эшләп ултыртыу. Бында башҡорт ҡа-
тын-ҡыҙҙары күп. Улар испандарға
тормошҡа сыҡҡан. Шулай булһа ла
испан ирҙәрен үҙебеҙҙең ғөрөф-ғә-
ҙәттәргә ылыҡтырып, түбәтәйҙәр кей-
ҙереп, дини байрам, йолаларыбыҙға
йәлеп итеп, татыу-татлы йәшәйбеҙ.
Яҡташтарыбыҙға иң изге теләктәре-
беҙҙе еткерәбеҙ. тыуған яғыбыҙ бик
һағындыра", – тине Севилья ҡа-
лаһында күп башҡорт байрамдарын
үткәргән уңғанбикә.
тик игелек тиреп йәшәгән, бар
донъяға яҡтылыҡ өләшкән Нәзилә
Юнысованың тормош юлы гел уң
булһын!
Гүзәл
ИҫӘНГИлдИНа


