Иҫәпсе эшен яратып башҡара

Иҫәпсе эшен яратып башҡара

Рузида Тажиева Малаяҙ ауылында халыҡ иҫәбен ала. Ул бындай киң күләмле сарала тәүләп ҡатнаша. – Халыҡ менән аралашыу миңә бик оҡшай, – ти Рузида Рамазан ҡыҙы. Уның һөйләүенсә, йәниҫәпсенең килеүен халыҡ белә һәм көтә. Бигерәк тә өлкәндәр көтөп тора. Уларҙың күптәренә йәнле аралашыу етешмәй, шуға күрә үҙҙәренең тормошон, көнитмешен һөйләп ҡалырға тырыша. Мәҫәлән, өс ҡатлы йорттарҙа йәшәүсе бер оло йәштәге ҡатын ошо үҙе йәшәгән йорттоң төҙөлөшө тарихын һөйләгән. Баҡтиһәң, ул йәш сағында төҙөлөшкә районға килеп, ошо күп ҡатлы йорттарҙы һалыуҙа ҡатнашып, бында төпләнеп ҡалған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ 15 октябрҙән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу осоро бара. Ул 14 ноябргә тиклем дауам итә

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей