Изге эшкə фатиха

31 март көнө Ялсыҡай ауылы мəҙəниəт йортонда ауылдаштар йыйыны уҙҙы. Йыйын ауылда мəсет төҙөү хəлен ҡараны. Халыҡ байтаҡ йыйылған ине. Йыйынды Көйөргəҙе районы һəм Күмертау ҡалаһының имам-мөхтəсибе булараҡ фəтиха менəн мин асып ебəрҙем. Əлеге ваҡытта сит мəмлəкəттə йəшəүсе Рəфис Ҡунаҡоловтың тыуған ауылында мəсет төҙөтөү ниəтен хупланым һəм бар ауыл халҡына мəсет төҙөүҙə һəр кем ҡулынан килгəнсə ярҙам күрһəтһə ине, тигəн телəк белдерҙем. Шулай уҡ, йыйында Таймаҫ ауылы билəмəһе башлығы Юлдыбаев Ильяс Искəндəр улы лы ҡатнашты. Халыҡ мəсет төҙөүҙе хупланы. Бер тауыштан Фəнис Ҡунаҡҡоловтың имам-хатиблыҡҡа кандидатураһын хупланы. Шулай уҡ дини һəм донъяуи һорауҙар бирҙелəр. Уларға ҡəнəғəтлəнерлек яуаптар алдылар. Аҙаҡтан мəсет урынын ҡарап таралыштыҡ. Азат ХƏЛИЛОВ, Көйөргəҙе районы һəм Күмертау ҡалаһының мөхтəсибе. Венер БАЙҒУЖИН, Ислам диненə килеүсе, Ялсыҡай ауылы: - Беҙҙең ауылға мəсет күптəн кəрəк ине инде. Кеше бит динһеҙлектəн боҙолоп бөттө, йəштəр эсə, үлəлəр. Дин булмаған ерҙə тəртип юҡ, алдашыу, урлашыу бара. Ə, дин булған ерҙə тəртип, тыныслыҡ, тəрбиəлек. Шуға күрə ауылыбыҙҙа мəсет төҙөлөүе тураһында яҡшы фекерҙə мин. Рəфис еҙнə менəн көн аша тигəндəй ватсап аша һөйлəшеп, аралашып торабыҙ. Уларҙың ғаилəһен хөрмəт итəм. Ғөмүмəн, мосолман кешеһе, бүтəн кешелəр тураһында яҡшы фекерҙə, уйҙа һəм телəктə булырға тейеш! Улар үҙҙəре диндə, намаҙ уҡыйҙар, балалары ла диндə. Минең дин юлына баҫыуыма ла, Рəфис еҙнəнең өлөшө бар. Ҙур рəхмəт уға! Əлеге көндə, үҙебеҙ тыуып-үҫкəн, Ялсыҡай ауылында мəсет һалыуҙы планлаштыра, түлəүҙəрен беренсе башлап үҙ өҫтөнə алды. Төҙөлөш материалдарын һəм башҡаһын ташыу, минең дə өҫкə һалынды. Уйлауыбыҙса ундай изге эш өсөн, ундай йөк бик еңел булыр Ин-шə Аллаһ. Ильяс ЮЛДЫБАЕВ, Таймаҫ ауыл билəмəһе хакимиəте башлығы: - Мəсет төҙөү ниəтенең тəүге аҙымы: ауылдаштарҙы йыйып, был турала əңгəмə ҡороу ине. Йыйылышҡа кеше күплəп килде, барыһы ла был ниəтте хупланы, ризалыҡ белдерҙелəр һəм инициатив төркөм һайлап алынды. Əлеге көндə был эште атҡарып сығыр өсөн, ер һайлап алып, уны тейешлесə тəртиптə юллап алыу. Ерҙе юлламайынса бер ниндəй ҙə төҙөлөш эштəре башлана алмай. Мəсетте төҙөүҙə Рəфис Ҡунаҡҡолов тулыһынса спонсор ярҙамы күрһəтəсəген белдерҙе һəм ер юллауға күпмелер сумманы күсереп тə ҡуйған. Шулай уҡ мəсет өсөн уңайлы, төҙөлөш өсөн законға яраҡлы урынды ҡарап үттек һəм 2 вариантта туҡталдыҡ. Ул буш торған əҙер өйҙө алып шуны мəсет итергə, йə булмаһа шуның эргəһендə урыны матур, шунда төҙөп ҡуйырға. Ер юллау эше бөтөү менəн төҙөлөш эштəре башланыр тип уйлайбыҙ Зөбəржəт ХӨСƏЙЕНОВА, Ялсыҡай ауылы: - Ауылда мəсет төҙөү ул изге эш. Шул эштə башлап йөрөгəн Рəфис Рикзə улы Ҡунаҡҡоловҡа бик ҙур рəхмəтебеҙҙе белдерəбеҙ. Мəсет, иман булған ерҙə тəрбиə була, тəүфиҡ була, ололарҙы ихтирам итеү була. Элек-электəн килгəн йола бит инде ул, башҡорт ауылдарында мəсет булыу. Шунлыҡтан ғөрөф-ғəҙəттəр һаҡлана, йолалар һаҡланып ҡаласаҡ. Йəш балаларҙы ла мəсеткə йəлеп итеп, ҡөръəн сүрəлəрен, ғəмəлдəрен үтəһəк, үҙебеҙ ҙə шул дин юлына ылыҡһаҡ. Алла бирһə, мəсет төҙөлөшөнə һəр кем ярҙам ҡулын һуҙһа. Кем нисек хəленəн килгəнсə ярҙам итһə: төҙөлөш материалдары, йəки аҡсалата бирəме, был эште атҡарып сығып булыр тип уйлайым. Был башланғысты хупларға ғына кəрəк, сөнки был бик изге ниəт менəн башланған эш һəм шуға күрə халыҡта минең һүҙҙəрем менəн ризалашыр тип өмөт итəм. Был ҡыуаныслы хəбəргə мин ысын күңелдəн шатмын.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей