Кедрҙан да май сыға
Кедрҙан да май сыға
Шәриптән Айгөл Ғәлиәскәрова боронғо ысул менән файҙалы продукция етештерә
Геопаркты үҫтереүгә арналған саралар, һабантуй күргәҙмәләрендә үҙенең кедр продукцияһын тәҡдим иткән ҡатынды йыш осратырға мөмкин. Уның өҫтәлендә ғәҙәттә кедр сәтләүектәре, май тултырылған быяла шешәләр, ошо ылыҫлы ағас үҫентеләре һ. б. үҙенсәлекле әйберҙәр ултыра торған. Баҡһаң, был продукция үҙебеҙҙең Салауат районында етештерелә икән. Кедрҙан май һығыу менән Шәрип ауылында йәшәүсе Радил һәм Айгөл Ғәлиәскәровтар шөғөлләнә. – Был кәсепселек төрө менән дүрт йыл мауығабыҙ инде. Кедр сәтләүектәрен Себерҙән заказ биреп алып, уны ағас пресс ярҙамында һығабыҙ. Барыһын да боронғо ысул менән башҡарабыҙ, – тип таныштырҙы Айгөл Биктимер ҡыҙы. Хужабикә таҙартылған сәтләүектәрҙе имәндән эшләнгән бәләкәй мискәгә һалып, ағас ҡапҡас менән яба, ә ире Радил Радул улы көслө ҡулдары менән махсус пресс ярҙамында май һыға. Ата-әсәһенә был эштә ҡыҙҙары Эльвина, Эвелина һәм Дарина ла ярҙам итә. Продукцияны быяла шешәләргә тултырып, күргәҙмәләргә алып сығалар. Айгөл Ғәлиәскәрова ЮНЕСКО бөтә донъя Геопарктар селтәренең “Янғантау” геопаркы партнеры булып тора. – Кедр майы кеше организмы өсөн ныҡ файҙалы. Ул микроэлементтарға, витаминдарға бай. Иммунитетты нығыта, йөрәк, ҡан тамырҙары, аш һеңдереү ағзалары, мейе, нервы системаһы, тән, сәс һ. б. өсөн файҙаһы күп. Шуға интернет аша ла беҙҙең продукция менән ҡыҙыҡһыныусылар бар, – ти ул. Ғаилә кедр емешенән уның үҫентеләрен дә үҫтерә. Ул кешегә яҡшы энергия бирә, ылыҫы һауаны шифалы матдәләргә байыта. Һыҡтырылған сәтләүектең төпрәһен дә (жмых) ҡулланалар. Кедр Себерҙең тайга урмандарында күпләп үҫә. Сығышы менән шул яҡ ҡыҙы Айгөл Ғәлиәскәрованың әйтеүенсә, кедр сауҡалығы (кедровая роща) Салауат, Дыуан райондарында ла бар. Ләкин уның тубырсыҡтары сәтләүек бирмәй. Кедрҙың, эрбет ағасының, йәше күп быуаттар менән иҫәпләнә
