Кескәй йөрәктәргә наҙ өләшә
Кескәй йөрәктәргә наҙ өләшә
Һәр эштең үҙ оҫтаһы бар. Тәрбиәсе − иң ҙур баһаға, иң ҙур ихтирамға, иғтибарға, иң күп рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ һөнәр ул. Сөнки тәрбиәсе ҡулында − киләсәк быуын. Ул − балаға беренсе аҙымдарын яһарға өйрәтеүсе лә, уның яҡын дуҫы ла, серҙәшсеһе лә. Тирмән ауылы балалар баҡсаһында үҙе һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, 25 йыл ғүмерен кескәйҙәрҙе тәрбиәләүгә бағышлаған Гөлнара Рафаил ҡыҙы Нәбиеваға һоҡланмай булмай. Гөлнара Рафаил ҡыҙы үҙ эшенең оҫтаһы: бай педагогик стажлы, тәжрибәле, намыҫлы, итәғәтле тәрбиәсе.Ул бар оҫталығын һалып, күңелен биреп илебеҙ киләсәген хәстәрләй. Гөлнара Рафаил ҡыҙы балаларҙы милли рухта тәрбиәләй. Кескәйҙәрҙә Тыуған илгә, туған телгә ҡарата тоғролоҡ, хөрмәт, һөйөү хистәрен халыҡ байрамдары, йолалары, уйындары аша уята. Шулай уҡ балаларға туған телдә йыр һәм шиғырҙар өйрәтә, бейеү серҙәрен аса. Балалар баҡсаһында уның етәкселегендә халҡыбыҙҙың көнкүрешен, тарихын сағылдырған күргәҙмәләр, дәрестәр ойошторола. Ул ҡулланған тәрбиәүи эш алымдары балаларҙың һәләттәрен асыуға, уларҙы үҫтереүгә ярҙам итә. "Балаларыбыҙҙы тәрбиәсебеҙ ҡулына тапшырып, бер ҡайғыһыҙ тыныс күңел менән эшкә йөрөйбөҙ. Асыҡ йөҙлө, алсаҡ, матур тәрбиәсебеҙҙе яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ.Уның ҡылған изгелектәре, күрһәткән яҡшылыҡтары балаларыбыҙҙың күңелендә, йөрәгендә йәшәй", − ти ата-әсәләр. Гөлнара Рафаил ҡыҙын һөнәри байрамы уңайынан ҡотлап, тынғыһыҙ, ауыр хеҙмәтендә ҙур сабырлыҡ теләйбеҙ. Үҙегеҙ тәрбиәләгән балаларҙың, уларҙың атай-әсәйҙәренең оло хөрмәтен, ихтирамын тойоп йәшәргә, эшләргә яҙһын!
