Көс һəм дарман менəн

Үткəн ялда Салауат районында физик мөмкинлектəре сиклəнгəндəр араһында туризм буйынса республика ярышы үтте. Егерме команда көс һынашҡан саранан районыбыҙ Ғəриптəр ойошмаһы ла ситтə ҡалманы.

Рəхилə СЫНБУЛАТОВА, Яҡшымбəт ауылы:

- Районыбыҙҙан биш кеше барҙыҡ, рəхəтлəнеп ял итеп ҡайттыҡ. Республикабыҙ тəбиғəтенең матурлығына һоҡланып иҫ китте. Командалар өс көн буйына туризмдың төрлө төрҙəре буйынса бəйге тотто. Терəк-хəрəкəт ағзалары ҡаза күреп, физик мөмкинлектəре сиклəнһə лə, спортсы-инвалидтар коляскаларҙа ла ҡаршылыҡтарҙы бик тырышып үтəне.

Беҙгə донъя күрһəтеп, матур ял ойоштороусы районыбыҙ хакимиəте башлығы Юлай Ильясовҡа,  Ғəриптəр  ойошмаһы  рəйесе  Шамил Хəсəновҡа һəм барлыҡ уңайлыҡтар менəн йөрөп ҡайтыу өсөн транспорт тапҡан яҡташым, район башлығының  1-се  урынбаҫары  Урал  Ибраһимовҡа оло рəхмəттəребеҙҙе еткерəм. Уларҙың эштəрендə уңыштар, һаулыҡ телəйем.

Ə беҙ рəхəтлəнеп ял иттек, һыу индек, ярыштыҡ, аралаштыҡ. Үҙебеҙгə көс, дəрт һəм дарман алып ҡайттыҡ.

Айгөл ХАЛИҠОВА

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей