Ҡулы белгән бал ашар
Был уңған ҡатындың ҡулдарына ҡарап һоҡланып торҙом – үҙенә генә күрә оҫталыҡ, йылдам һәм тиҙ хәрәкәттәр менән шундай тәмле, телеңде йоторлоҡ, хуш еҫле эсле бәлештәр әҙерләп тә ҡуйҙы. Уның өсөн әллә ни күп ваҡыт та талап ителмәне. Ни бары ике сәғәт эсендә бер ҡунаҡты һыйларлыҡ тәмлекәстәрҙе әҙерләп, өҫтәл түренә ултыртып та ҡуйҙы.
Ҡайһы берәүҙәр уңған хужабикәне танып та өлгөргәндер, моғайын. Эйе, бөгөн һүҙебеҙ Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының “Ашнаҡсы” бүлеге уҡытыусыһы Мәнәүрә Арсланова хаҡында.
– Студенттарыма аш-һыу әҙерләү оҫталығына өйрәтәм. Төрлө-төрлө турамаларҙан алып ҡатмарлы тип иҫәпләнгәндәренә тиклем бешерәбеҙ. Уларҙың һуңғылары махсус һуттар менән әҙерләнә, – тине Мәнәүрә Афзал ҡыҙы. – Тултырылған балыҡ, бутҡа, ҡамыр ризыҡтары бешереү серҙәренә лә төшөнәбеҙ. Төрлө аш һәм гарнирҙар әҙерләүгә айырым өҫтөнлөк бирелә.
Әйткәндәй, колледжда студенттарға был йүнәлештә төплө белем биреү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә булдырылған. Айырым лаборатория кабинеты эшләй. Һалҡын һәм эҫе һыу селтәре үткән, кәрәкле башҡа ҡорамалдар менән дә йыһазландырылған.
Студенттар дәрес ваҡытында ул йәки теге ашһыуҙы турап, әҙерләп кенә түгел, ә һәр береһенең технологик картаһын да өйрәнә. Шуның менән улар технолог булараҡ та өҫтәмә белем ала. “Технологик картаны белгәндә иң ауыр аш-һыуҙы ла бешерергә мөмкин”, – тине Мәнәүрә Арсланова.
Бынан тыш теләктәре булғандар өҫтәмә рәүештә “Кулинар” һөнәрен дә үҙләштерә ала. Бында иһә икмәк һәм ҡамыр ризыҡтары, печенье, бәлештәр бешереү үҙенсәлегенә өйрәнәләр. Онлайн белем алыу мөмкинлеге лә бар.
Әйткәндәй, ашнаҡсы йәки кулинар һөнәрен алыуға төрлө йәштәгеләр ҙә мөрәжәғәт итә. Теләктәре булғандар эштән һуң курстарға йөрөй, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша.
– Ҡамыр аштары бешергәндә магазиндағы “Пакмай” әсеткеһен бөтөнләй ҡулланмайым, – ти оҫта. – Уларҙың зыянын һәр кем белә. Үҙебеҙҙең ҡомалаҡ әсеткеһен файҙаланам. Ошо ваҡытта уларҙы күпләп әҙерләп ҡалам. Һатып та алған саҡтарым була. Сөнки аяттарға, туйҙарға төрлө бәлештәргә күпләп заказ бирәләр. Бынан тыш ҡунаҡ өҫтәлдәрен әҙерләүгә лә саҡыралар.
Сәк-сәк, бауырһаҡ, пицца, татлы бәлештәрҙең төрлөһөн яратып бешерәм. Ғөмүмән, күңел һалып башҡарған эшең һәр ваҡыт уңышлы килеп сыға.
Ысынлап та, Мәнәүрә Афзал ҡыҙының аш-һыуға оҫталығын белгәндәр ярҙам һорап уға күп мөрәжәғәт итә. Өҫтәлдәрҙе сервировкалауға ла айырым иғтибар бирә ул. Приборҙарҙы һәм тәрилкәләрҙе дөрөҫ ултыртыу ҙа ҙур роль уйнай. Матур биҙәлгән ҡунаҡ өҫтәле үҙе үк кәйефтәрҙе күтәреүен, матур итеп биҙәлгән аш-һыуҙарҙың, хуш еҫтәрҙең ни тиклем мөһим икәнлеген һәр хужабикә яҡшы аңлай.
Лилиә ТАКАеВА
