Лəйсəн ямғырын көтəбеҙ

Районыбыҙ хужалыҡтарында баҫыу эштəре дəррəү һəм ойошҡанлыҡ менəн бара. Аграрийҙар сəсеүҙе үҙ ваҡытында башҡарып сығырға тырыша. Барлыҡ хужалыҡтары ла дым ҡаплатыу, күп йыллыҡ үлəндəрҙе, көҙҙəн сəселгəн ужым игенен минераль ашламалар менəн туҡландырыу эштəрен алып баралар. Фəнит Сəлтəшев, “Искра” кооперативының Яҡшымбəт бүлексəһе етəксеһе: - Яҙғы аяҙ көндөң һəр минутын мөмкин тиклем файҙаланып ҡалырға тырышабыҙ. Иртə таңдан ҡара кискə ҡəҙəр баҫыуҙан ҡайтып ингəн юҡ. Əлеге ваҡытта һəр гектар ужым баҫыуына 100 кг ашлама индерəбеҙ. Ямғыр ғына кəрəк ине. Лəйсəн ямғырын ҙур өмөт бағлап көтəбеҙ. Илдар Исхаҡов: - Əлеге ваҡытта беҙ сəселəсəк бойҙай, арпа, һоло орлоғон төрлө ауырыуҙарҙан һаҡлау маҡсатында дарыуҙар менəн эшкəртеү эшен башҡарабыҙ. 5 мең ц. орлоҡто эшкəртеп, əҙерлəп ҡуйҙыҡ. Орлоҡҡа, минераль ашламаға, яғыулыҡҡа ҡытлыҡ юҡ. Игенселəр ике тапҡыр йылы аш менəн тəьмин ителгəн. Кем булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, барыбыҙҙы ла ошо ер туйҙыра. Бураҙнаға һалынған орлоҡ юғалмай, ул изге Ер-əсəнəн, йəғни тупраҡтан, шифалы ямғырҙан көс-ҡеүəт алып, тамырланып, көҙөн, Алла бирһə, мул уңыш менəн һөйөндөрөр. Һүрəттə: Радик Сəйфетдинов, Рөстəм Абдуллин, Рəис Ниғмəтуллин, Илдар Исхаҡов орлоҡ эшкəртəлəр.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей