Малаяҙҙа ике бәлә

Малаяҙҙа ике бәлә: берәҙәк малдар һәм емерек һарайҙар Хакимиәт башлығы Марс Кашапов район үҙәге халҡын мәҙәниле йәшәргә саҡырҙы

 

Салауат ауыл биләмәһенең Малаяҙ һәм ҡалмаҡтар ауылдары халҡы менән мәғлүмәт-аналитик төркөмөнөң осрашыуы мәлендә район етәкселеге урындағы төп проблемаларҙы билдәләп үтте. Бигерәк тә район үҙәгендә малдарҙы көтөү әле һаман тәртипкә һалынмаған. – Урамда ҡарауһыҙ йөрөгән малдар – Малаяҙ ауылының иң төп бәләһе, – тине район хакимиәте башлығы Марс Кашапов. – Тротуарҙарҙан атларлыҡ түгел, малдар бысрата. Кропачево – Мәсәғүт юлы буйына бер нисә йыл элек, яҡынса 3 млн. һум аҡса сарыф итеп, ылыҫлы ағастар ултырттыҡ. Уны һыйырҙар, кәзәләр бөтөрҙө. Шуның арҡала ауыл үҙәгенә сәскәлектәр ҙә эшләй алмайбыҙ. ҡасан тәртипкә өйрәнербеҙ? Район башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Рәмил Хамматов әйтеүенсә, быйыл ғына малдарҙы көтөү ҡағиҙәһен боҙған өсөн 75 административ протокол төҙөлгән. Артабан да малын ҡарамаған граждандарға штраф һалыу эше дауам итәсәк. Икенсе бәлә – күп фатирлы йорттар эргәһендәге ярым емерек иҫке ҡаралтылар. – ҡурҡыныс хәлдәге һарайҙар, мунсалар, мөгәрәптәр, йығылырға торған ҡоймалар ауылдың йәмен боҙа. Уларҙы алдырыу буйынса эш алып барабыҙ. Әммә бәғзе берәүҙәр менән бәхәсләшергә тура килә. Иҫке ҡаралты урынын таҙартып, төҙөкләндереп, газон үләне сәсергә, матур ғына итеп балаларға уйын майҙансығы эшләп ҡуйырға булыр ине, – тип Марс Фәррәх улы малаяҙҙарҙы мәҙәнилеккә өндәне. ыңғай миҫал итеп 1-се балалар баҡсаһы яғын килтерергә мөмкин. Коммунистик урамындағы ике ҡатлы күп фатирлы йорттар ҡаршыһындағы емерек таш һарайҙар алынып, асфальт түшәлеп, автомобилдәр туҡталҡаһы эшләнде. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар 1-се Малаяҙ урта мәктәбе эргәһендәге элекке Билдәһеҙ һалдат һәйкәле урыны биләмәһе ҡасан төҙөкләндереләсәге тураһында һораны. Сөнки район үҙәгендә Мәҙәниәт һәм ял паркы төҙөлгәс, унда яңы Еңеүсе һалдат һәйкәле ҡуйылды. Билдәһеҙ һалдат һәйкәле Торналы ауылына оҙатылды. Ә уның биләмәһе буш постаменты менән етемһерәп ҡалды. – Беҙ ул биләмәне мотлаҡ төҙөкләндерәсәкбеҙ. Артабан майҙансыҡты мәктәпкә тапшырасаҡбыҙ, – тине Марс Кашапов. Һуңынан билдәле булыуынса, ошо йыйылыштан һуң, ДРСУ техникаһы менән ундағы таш постамент емереп алынған. Район башлығы быйыл Малаяҙ ауылының Ғәниев, Фәррух Харисов, Көньяҡ һәм Йәштәр урамына асфальт түшәү планда тороуын белдерҙе. Граждандарҙы ул урындағы ҡаҙнаға милек һалымдарын ваҡытында түләргә саҡырҙы. Салауат ауыл биләмәһендә һалымдар буйынса бурыс ике миллион һумдан ашыу тәшкил итә. Урындағы бюджетҡа түләнгән аҡсаға ауылда ҙур төҙөкләндереү эштәре башҡарырға мөмкин. Марс Кашапов әйтеүенсә, Салауат районына һуңғы йылдарҙа инвестициялар яҡшы килә. Алдағы дүрт йыллыҡҡа район властары Малаяҙ ауылына 375 балаға иҫәпләнгән полилингваль мәктәп-интернат, яңы музыка мәктәбе, бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөү бурысын ҡуйған

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей