Малдар нисек?
Районда халыҡ шулай байрамдан-байрамға күсеп, һəүетемсə йəшəп ята. Кеше шулай, ə малдар нисек икəн? Районыбыҙҙа малдар һаны артамы, кəмейме əллə урынында торамы? Малдарҙы ҡышлатыуға əҙерлек нисек бара, быға бəйле борсолоуға сəбəп бармы? Һəм башҡа ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы район хакимиəте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Нəүғəт Хисмəтуллинға бирҙек.
- Ауыл хужалыҡтарында малдар һаны кəмей, халыҡ малын кəметə, фермер хужалыҡтары малдар һанын тотоп тора, уларҙың да ҡайһы берəүҙəре күңелде ҡыра. Бөтəһе бергə əлеге көндə яҡынса 25 мең ярым мал башы һанала. Был иҫəпкə район буйынса барлыҡ малдарҙа инə. Эре ауыл хужалығы кооперативтар (8300), КФХ (3900), йорт ҡурала аҫыралған мал (13330). Миҫал өсөн колхоз, совхоздарҙағы малдар һаны : 1980 йылда – 31118 баш; 1990 йылда - 31312 баш; 2000 йылда – 18647 баш; 2020 йылда - 8 300 баш.
Ҡышлауға əҙерлек яҡшы бара, аҙыҡ етə. Июль айындағы ҡоролоҡто ла иҫəн-һау ғына үткəреп ебəрҙек. Əлеге көндə һөт мəсьəлəһе генə борсой. Шул ҡоро-лоҡ арҡаһында һөт кəмене, һаман күрһəткестəрҙе күтəреп булмай. Хəҙер фермерҙар заман технологияларына ярашлы, көтөүһеҙ мал аҫырауға күсеп баралар. Сөнки, көтөүлектəр майҙаны ҙур, һыйы-рҙар йыраҡ йөрөп, күп көс, хəл тү-гəлəр. Ə был технология буйынса, һыйырҙар ашай ҙа ята, ашай ҙа ята һəм һөт биреү күпкə арта. Эргə тирəлə был технологияға күсеп баралар. Беҙҙекелəр ҙə яңы ысулға күсергə уйлай, тик был айырым, ҙур сығымдар талап итə. Ҡоролоҡ бу-лыуына ҡарамаҫтан, ҡыуанырлыҡ урыны ла бар, етештерелгəн продукцияны ҡиммəт хаҡ менəн һатып алыуҙары сəбəпле барлыҡ бурыстарҙан ҡотолдоҡ. Башҡа йылдар менəн сағыштырғанда, яңы йылға бурысһыҙ сығабыҙ Алла бирһə.
