"Матур үткəн ғүмер"

Гөлбөстан Шəғəли ҡыҙы Сарбаева, алтын көҙ мəлендə үҙенең 80 йəшлек матур юбилейын билдəлəй. Ул Кинйə ауылы ҡыҙы. 1937 йылда Ялсыҡай ауылына килен булып төшə. Тормош иптəше Сарбаев Рəшит абзый менəн матур ғаилə ҡороп, тормош көтə башлайҙар. Ҙурҙан өй һалып керəлəр. Бер-бер артлы 4 балаға ғүмер бүлəк итəлəр. Рəшит абзый ауылда управляющий, аҙаҡҡы йылдарҙа зоотехник булып эшлəй. Гөлбостан апай ауылдың балалар баҡсаһында күп йылдар, ашнаҡсы булып эшлəй. 35 йыл эшлəп, "Хеҙмəт ветераны" исеменə лайыҡ булып, хаҡлы ялға сыҡты. Бергə 35 йыл эшлəнек, шул осорҙа беҙгə əсəй ҙə, кəңəшсе лə булды. Йəшəйеш гел һин уйлағанса ғына бармай шул, тормош иптəше ҡапыл ғына яҡты донъяларҙан китеп барҙы. Бергəлəп балаларҙы уҡытып, аяҡҡа баҫтырып, йəшəргə лə йəшəргə тигəндə, Гөлбостан апай 47 йəшендə тол ҡалды. Ауырлыҡтарға бирешмəй, балалары өсөн оло йөрəкле əсəй ҙə, атай урынына терəк тə булды. Ауыр саҡтар артта ҡала, балаларының һəр ҡайһыһына белем биреп, ҙур итеп туйҙар яһап, оло тормош юлына аяҡ баҫтыра. Алма ағасынан алыҫ төшмəй тигəндəй, Гөлбостан апай менəн Рəшит абзыйҙың балалары ла үҙҙəренə оҡшап тырыш, аҡыллылар. Һəр береһе матур ғəилəлəр ҡороп, балалар үҫтереп, етеш тормошта йəшəйҙəр. Оло ҡыҙы Гөлсирə Стəрлетамаҡ академияһын бөтөрөп, Рəми Ғəрипов исемендəге гимназияла эшлəп, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исеменə лайыҡ булып, хаҡлы ялға сыҡҡан. Улы Рəмил ауыл хужалығы институтын уҡып сығып, совхозда директор, ауыл хакимиəте башлығы булып эшлəне, əлеге көндə хаҡлы ялда. Ҡыҙы Альмира медицина колледжын тамамланы, əлеге көндə Зəк-Ишмəт ауылында йəшəй. Бергə йəшəгəн улы Рамай, оҙаҡ йылдар газовик булып хеҙмəт итə, килене Рүзилə уҡытыусы һөнəренə тоғро булып, ғүмере буйы мəктəптə эшлəй. Улар бер-береһенə терəк булып, ярҙам итеп 31 йыл инде татыу ғүмер кисерəлəр. Оҙаҡ йəшəү осоронда уларҙың ғəилəһе оло ихтирамға лайыҡ. Гөлбостан апай, һинең ғүмер бушҡа үтмəгəн, тормошоң юлында балҡып, һөйөп-һөйөлөп йəшəүсе, иғтибарға, хөрмəткə лайыҡ əсəй һин! Һəр яңы таңдарыңды ҡояштай балҡып, яҡшы ниəттəр, изге уйҙар менəн ҡаршы алырға яҙһын. Үҫтергəн емештəрегеҙ - балаларығыҙҙың, ейəн-ейəнсəрҙəрегеҙҙең, бүлə-бүлəсəлəрегеҙҙең шатлыҡтарын күреп, ауырыуһыҙланыу белмəй, бəхетле тормошта, гелəн ҡыуанып ҡына йəшə! Рəүзилə МƏЗИТОВА, Ялсыҡай ауылы

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей