Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн
Ғаилә, мөхәббәт һәм гармония мөнәсәбәттәрен оҙаҡ йылдарға һаҡлау - тәүге осрашыу романтикаһы түгел, ә ир менән ҡатындың көндәлек хеҙмәте һәм тырышлығы. Бер нисә тиҫтә йыл бергә йәшәп, пар аҡҡоштарҙай тоғролоҡ һаҡлап, бер-береһенә терәк һәм кәрәк булған, балалар үҫтереп, уларға матур тәрбиә биргән, башҡаларға өлгө күрһәтеп йәшәгән кешеләр ихтирам һәм хөрмәткә лайыҡ.
Шундай ғаиләләрҙең береһе – Түбәнге Төкөн ауылында 30 йыл бҽргә бәхетле ғүмер итеүсе Зилә һәм Рәмил Хәсәновтар. Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә ғаилә усағын һүндермәйенсә, матур ғаилә ҡороп, балаларына лайыҡлы тәрбиә биргәндәре өсөн район башлығы Әлфир Сабиров ҡулынан “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалын алып ҡыуанды улар.
Хәсәновтарҙың тәүге тапҡыр эш урынында осраша. Ул ваҡытта Зилә Зиннәт ҡыҙы Үрге Төкөн ауылының фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләй, ә Рәмил Әхтәм улы водитель була. Көндәрен бергә үткәргән йәштәрҙең бер-береһенә булған ихтирамдары әкрҽнләп мөхәббәткә әүерелә. Шулай итеп ғашиҡ йәндәр бергә булырға һүҙ бирешеп, гөрләтеп туй үткәрәләр. Зилә Зиннәт ҡыҙы тормошон ҡырҡа үҙгәртеп, Башҡорт дәүләт университетының биология факультетын тамамлай. Артабан белемен арттырғандан һуң, бына 23 йыл инде урындағы мәктәптә география фәненән белем бирә. Ә Рәмил Әхтәм улы әлеге ваҡытта водителе булып эшләй. Ул әүҙем йәмәғәт эшмәкәре лә. Өс тапҡыр Ҡамышлы ауыл Советы биләмәһенә депутат итеп һайланған.
Хәсәновтар өсөн ғаилә иң беренсе урында тора. Өйҙә һәр ваҡыт тыныслыҡ һәм именлек булһын өсөн бер-береңдең фекерен тыңлап, юл ҡуя белергә кәрәк, тип иҫәпләй улар. Бөтә эште бергәләп башҡарырға яраталар, шулай, Хәсәновтар үҙ ҡулдары менән күркәм йорт һалып сыҡҡан.
- Төп эш урынынан тыш, күпләп мал аҫраныҡ, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерҙек. Һөтөн, итен һаттыҡ, баҡса емешен дә һатып алыусылар булды. Хәҙер магазиндарҙа төҙөлөш материалдары етерлек күләмдә, ә элек, беҙ йорт һалғанда, улар дефицит ине. Эштән һуң Белорет, Дүртөйлө райондарына материал эҙләп бара инем. Таңға ҡарай саҡ ҡайтып етәм дә тағы эшкә сығып китәм.Ул заманда колхозда механик, инженер булып эшләнем. Колхоздар бөткәс, эш урынын бер нисә тапҡыр алмаштырырға тура килде. Йәй буйы сөгөлдөр баҫыуҙарында тир түгҽп алған шәкәр ҡомон да төҙөлөш материалына алмаштыра инек. Бөртөкләп йыйыла алтын, тигәндәй, ҙур хеҙмәтебеҙ менән йортобоҙҙо күтәрҙек,- тип хәтирәләргә бирелде Рәмил Әхтәм улы.
Бәхетле парҙың мөхәббәт емеше булып Рәмзилә исемле ҡыҙҙары тыуа. Ҡыҙҙарына исемде улар оҙаҡ эҙләмәйҙәр, үҙҙәренең исемен берләштереп ҡушалар؛ Артабан иш урынына ҡуш булып улдары Рәзиф донъяға ауаз һала. Бәләкәйҙән балаларын эшһөйәр, ярҙамсыл итеп тәрбиәләй Хәсәновтар.
- Беҙ һәр ваҡыт класташтарын, дуҫтарын йыйып, балаларҙың тыуған көндәрен билдәләп үтә инек. Балалар үҙҙәренең байрамын түҙемһеҙлек менән көтәләр бит,- ти Зилә апай.- Ярыштар ойоштороп, бүләктәр тарата торғайныҡ. Улар бик әүҙем ҡатнашалар ине. Береһе лә бүләкһеҙ ҡалмай торғайны.
Балалар инде үҫеп буй еткән. Ата-әсәләре уларға белем алырға ярҙам итҽп, матур тәрбиә биреп, илебеҙҙең лайыҡлы граждандары итеп тәрбиәләгәндәр. Рәмзилә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы гимназия-интҽрнатты тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Уны ҡыҙыл дипломға бөтөп, уҡыуын магистратурала, һуңынан аспирантурала дауам итә. Хәҙер ике урында эшләй: Республика генетика үҙәгендә һәм фәндәр академияһында. Нәҫелдән килгән ауырыуҙарҙы тикшереү менән шөғөлләнә, әлеге ябай булмаған шарттарҙа коронавирусҡа тестар үткәрә. Апрель айында ул “Башҡортостан Республикаһы сәләмәтлек һаҡлау өлкәһе отличнигы” билдәһе менән бүләкләнә. Көҙ көнө кандидатлыҡ диссертацияһын яҡларға йыйына.
Рәзиф Башҡорт дәүләт университетының география факультетын тамамлағас, Сибай дәүләт геосистема һәм технологиялар университеты магистратураһына уҡырға инә. Бөгөнгө көндә себер тарафтарында инженер-геодезист булып эшләй йөрөй. Мәктәп йылдарында ҡул көрәше менән шөғөлләнә. Спорт наградалары ла бихисап. Бер нисә тапҡыр район һәм республика ярыштарында беренсе урындар яулаған. Көрәштең башҡа төрҙәре менән дә шөғөлләнә. Өс тапҡыр
Башҡортостан чемпионы исеменә лайыҡ була. Ата-әсәләре балаларының уңыштарына һөйөнөп бөтә алмай.
Бына шулай бергәләп Хәсәновтар өс тиҫтә йыл эсендә күркәм ғаилә ҡороп, лайыҡлы балалар тәрбиәләп үҫтерәләр, район именлеге хаҡына ла эшләп өлөштәрен индерәләр. Был ғаиләлә иң мөһим һүҙ – бергәләп. Улар бар эште лә шулай бергәләп башҡарырға күнеккән. Ғаилә йөгөн бер-береһен аңлап, ихтирам итеп бергә тартҡанға, йылдар улар араһына һалҡынлыҡ йүгертә алмаған.
Милена ФӘЙЗУЛЛИНА.
Фоторәсемдәр ғаилә архивынан алынды.
