Мəрхəмəтлек йолаһына тап килə
Иҫке Мораптал ауылында 1990- сы йылда төҙөлгəн башланғыс кластар мəктəбе эшлəй. Унда 7 бала белем һуҡмағын тапай. Утыҙ йыл элек төҙөлгəн бинала быға тиклем капиталь ремонт үткəрелмəгəн. Ойошманың йыһазландырылыуы ныҡ иҫкергəн, шуға күрə уҡытыу процесстары бөгөнгө талаптарға тура килмəй ине. Мəктəпте төҙөклəндереүҙə ярҙам һорап, ауыл халҡы һəм уҡытыусылар райондың “Свидетель Милосердия” Хəйриə фондына мөрəжəғəт итə. Һəм фонд урындағы эшҡыуар, спонсорҙар менəн эш башлай, белем усағының ремонты өсөн 1 миллион 300 мең һум йыя. 15 октябрҙəн ЯСЙ «Хорс» подрядсы ойошмаһы (етəксеһе Илья Мячин) менəн башҡарыласаҡ эштəр теҙмəһенə: ишек, тəҙрəлəрҙе яңыртыу, спорт залын төҙөклəндереү ингəн. Ремонттың беренсе этабы быйылғы йылдың декабрь айында тамамланырға тейеш. Мəрхəмəтлек фонды кураторы Лилиə Михайлова һөйлəүенсə, бында кластарҙы һыу һəм йылытыу системаларын ремонтлау планлаштырылған. «Башҡортостан ауылдарында меценатлыҡ тергеҙелеүе ҡыуаныслы. Тыуған ергə һөйөү, патриотизм һəм мəғариф өлкəһенə ярҙам итеү телəге кешелəрҙе ошондай изгелектəр эшлəүгə этəргес була. Ошо проектҡа ярҙам ҡулы һуҙған меценат билдəһеҙ булып ҡалырға телəне, мəрхəмəтлек итеү йолалары буйынса был бик тə тап килə. Кешелəргə телəктəрем, үҙҙəренең хəлəл көсө менəн тапҡан байлыҡты дөрөҫ файҙаланырға өйрəнһендəр һəм хаҡ рухи байлыҡты үҙҙəрендə тапһындар ине», - ти Лилиə Игоревна. - Был уҡыусылар өсөн генə түгел, районыбыҙҙың бөтə педагогтары өсөн ҡыуаныслы ваҡиға, - тип билдəлəй Иҫке Мораптал мəктəбе уҡытыусыһы Рəмилə Ҡужаҡова шатлығы менəн бүлешеп. – Үҙ тамырҙарын онотмаған һəм районыбыҙҙың мəктəп, балалар баҡсаларына ихлас күңелдəн ярҙам иткəн, битараф ҡалмағандарға рəхмəт. Төҙөклəндереүҙəн башҡа беҙҙең уҡыу йортонда заманса балалар майҙансығы ла ҡуйыласаҡ. Башланғыс мəктəп бинабыҙҙа капиталь ремонт үткəреүҙе ойоштороуҙа ҡатнашҡан бар кешелəргə сикһеҙ рəхмəт. Оҙаҡламай беҙҙең кластар яңы төҫ менəн балҡыр
