Нимə ул Ватан?

Ватан хужалығында эштəр ҡайнай, баҫыу киңлектəрен бер итеп, караптар йөҙə - комбай, тракторҙар. Ужым арышын йыялар. Хужалыҡ бригадиры Фəнил Ырыҫҡоловтың насар кəйефтə йөрөгəнен күргəн юҡ, əле бигерəк тə тауышы көслө сыға - иген шəп:

- Һəммəһе 800 гектəр арыш бар, уңышы арыу- 20-25 центнер сыға. Ниңə һеҙҙеке улай - беҙ бөтəһен дə ваҡытында сəсəбеҙ, тəрбиəлəйбеҙ. Беҙҙең орлоҡ элиталы, үҙең самала шулай булғас. Ҡалғандар сеп-сей иген сəскəндə, беҙҙеке юғары сортлыһы сəселə. Эш күп əле, бойҙай бар, арпа, көнбағыш... Быйыл арыш һаламын тюклап барабыҙ, элекке һымаҡ ялан буйлап тураҡлап ырғытыу юҡ, йылы ҡоро, бесəн наҡыҫ. Əле шул һаламды һорап ҡайҙан ғына килмəйҙəр, хатта Баймаҡтан шылтарттылар, үҙебеҙ килеп йыйып ала-быҙ, бирегеҙ генə. Шуны ла əйтəм: беҙҙең иген генə түгел, эшселəр ҙə шəп, башҡа ерҙə улай эшлəгəн кеше юҡтыр ул. Ниңə улай - эшсе кешегə ҡараш яҡшы. Уны эш аты тип ҡарамайбыҙ. Хужалыҡ етəксеһе Ғəйнетдин Мөхəмəтов, мəҫəлəн, нин-дəйҙер тракторсымы-кем башын баҫып торһа, янына килə - ни булды, брат? Əле яңыраҡ береһе бойоҡ ҡына əйтə, йортомдоң ҡыйығы тишек. Бəй, - Ғəйнетдин Ғəзиз улы шуны ишетеп торған да, шунда уҡ өс кешеһен ебəрҙе, ярты көндə йорт яңы ҡыйыҡлы булды ла ҡуйҙы. Эшсе һорай -ҡасан түлəйем? Яҡшы эшлəһəң, түлəмəй-һең, эсмə генə.

Исемдəре Ватан бит, юҡҡа түгелдер, һəр эшкə, һəр кешегə атайҙарса ҡараш булғаны өсөндөр:

"Ватан ул, ҡыҙым, тыуған ил,

Бына беҙ торған урын.

Был ерҙə ғүмер кисергəн

Атай-бабайҙар борон,

Йырсылар торған был ерҙə,

Сəсəндəр булған элек.

Ватандың нимə икəнен,

Əйткəндəр былай итеп.

Һай, тыуған ил, тыуған ил!

Тыуған ил ул – тыуған ер,

Атай кейəү булған ер,

Əсəй килен булған ер

Батырға дан биргəн ер,

Халҡына һан биргəн ер,

Ана шул ер – Тыуған ил".

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей