Өршәк ҡымыҙына ни етә?

Башҡортостан Рәсәйҙә йылҡы үрсетеү буйынса икенсе урында килә, ҡымыҙ етештереү буйынса ла алдынғылыҡты башҡа төбәктәргә бирмәйбеҙ. Илдәге аттарҙың – туғыҙ проценты, ә етештерелгән ҡымыҙҙың 45 проценты республикаға тура килә. Бөгөн төбәктә 170 ҡымыҙ фермаһы һанала, уларҙа һигеҙ мең баш бейә иҫәпләнә. Йыл һайын 3,7 мең тонна ҡымыҙ етештерелә.
Әле ҡымыҙ миҙгеленең иң ҡыҙған мәле. Тағы бер айҙан был шифалы эсемлекте бешеүҙән туҡтайҙар. Бары өс ай эсендә ҡымыҙ етештереүселәр эштәренең файҙаһын күреп ҡала.
Ҡымыҙ етештергән хужалыҡтарҙың береһе – Дәүләкән районының Ҡаҙырғол ауылындағы “Толпар” фермаһы.
Килмөхәмәтовтар булдырған хужалыҡтың рәсми исеме асыҡ акционерҙар йәмғиәте тип аталһа ла, уны ғаилә фермаһы тип атарға була. Тимерйәр Килмөхәмәтов, 2010 йылда ауылда колхоз тарҡалғас, артабан нисек йәшәргә, ҡайҙа барырға тип аптырап тормай. Шунда уҡ үҙ эшен башларға була. Ишле ғаилә, бер көс булып тупланып, малсылыҡ менән шөғөлләнә башлай. Әле иһә Гөлнур апай менән Тимерйәр ағайҙың улдары Таһир, Артур һәм ҡыҙҙары Миләүшә – алмаштыр­ғыһыҙ ярҙамсылары. Артур иһә Мәскәү ҡалаһында уңышлы ғына эшләп йөрөгән еренән тыуған яғына ҡайтып төпләнергә була һәм бөтә эште яйлап атаһының иңенән үҙенекенә һала. Тимерйәр ағай хәлдең бындай боролош алыуынан, күрһәтергә тырышмаһа ла, бик ҡәнәғәт. “Мин хәҙер ярҙамсы ғына, кәрәк ерҙә булышып ҡына йөрөйөм”, – ти ул.
Ғаилә ҡарамағында 650 гектар һөрөнтө ер бар. Башлыса мал аҙығы әҙерләү өсөн иген үҫтерәләр. Арыш, һоло, бойҙай сәсәләр. Малдары ишле, уларҙы ашатырға кәрәк. Ҡышҡылыҡҡа 600 тонна бесән әҙерләнгән, 1500 тонна сенаж һалынған. Килмөхәмәтовтар 300 баш йылҡы тоталар, шуның 70-е – бейә. Көнөнә ғаилә 200 литр ҡымыҙ бешеп һатыуға сығара. Өй алдында үҙҙәренең кибете бар. Бынан тыш, продукцияны заказ буйынса төрлө сауҙа нөктәләренә лә оҙаталар. Бейәләрҙе иртәле-кисле өс һауынсы һауа. Йәнә “ҡара-сыбар” тоҡомло 300 баш һыйыр малы ла тоталар.
Ҙур хужалыҡты хеҙмәтләндереү өсөн техникаһы ла кәрәк. Әлеге мәлдә бөтмөр хужаларҙың ике йөк машинаһы, һөт ташыу машинаһы, “Полесье” комбайны бар.
Ҡымыҙ етештереү бары тик ҡул эше менән атҡарыла. Тимерйәр ағай әйтмешләй, уға тимер тейергә тейеш түгел. Имән көбөләр һатып алынған. Хужа ҡымыҙҙы бешеүҙе бары ҡатынына ғына ышанып тапшыра.
Килмөхәмәтовтарҙың пландары ла ҙур.
– Сәсеүлек майҙанын тағы 500 гектарға арттырырға ине. Ул саҡта мал һанын да күбәйтәсәкбеҙ. Ҡымыҙға ихтыяж ҙур, шуға аттар һанын да 500-гә тиклем арттырғанда шәп булыр ине, – тип киләсәккә пландары менән уртаҡлаша Тимерйәр ағай.
Беҙ һөйләшкән арала ихатаға Тимерйәр ағайҙың әсәһе Нәсиә инәй килеп инде. Ул быйыл көҙ 83 йәшен тултыра икән. Көләкәс инәйҙең иңенә күпме генә һынау төшмәһен, уларҙы күтәрә белгән, бирешмәгән.
– Улдарымдан, ейәндәремдән уңдым. Уларҙың эшенә ҡарап ҡыуанам. Ҡартатайым Хәйҙәр заманында йылҡы көттө, ҡымыҙ эшләне. Ат йәне улдарыма шуның аша бирелгәндер тим. Бер көс булып тупланып, уртаҡ эш менән шөғөлләнәләр. Береһе лә араҡы эсмәй, тәмәке тартмай. Мине ҡымыҙҙан өҙмәйҙәр, шуның шифаһы менән йөрөйөмдөр, – тип тормошонан бик ҡәнәғәт Нәсиә инәй.
Хужалыҡ етәкселәре ҙур ат фермаһы төҙөп ҡуйған, уның эргә-тирәһен ҡоймалай башлаған. Техниканы ла ошо ергә индереп ҡуймаҡсылар. Дәүләкән районы хакимиәте иһә Килмөхәмәтовтарға грант алыу һәм артабан эште киңерәк йәйелдереү буйынса бар яҡтан ярҙам күрһәтергә вәғәҙәләй.
Дәүләкән районы.
Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей