"ОҪТАЛЫҠ ДӘРЕСЕ"
Бөгөн Юлдыбай ауыл китапханаһында оҫталыҡ дәресе үтте. "Ҡанифа" ағинәйҙәре һәм "Ҡанифа юлы" ҡул эштәре түңәреге ағзалары башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейеме "таҫтар" һәм "һарауыс" эшләү буйынса бик матур һәм фәһемле оҫталыҡ дәресенә районыбыҙҙан һәм Сибай ҡалаһынан ағинәйҙәрен йыйҙылар.Был сараға, бар күңелен һалып төрлө ҡул эше менән булышҡан ҡатын-ҡыҙҙар килде. Таҫтар һәм һарауыс эшләү серҙәренә өйрәнеү өсөн өс тиҫтәнән ашыу кеше йыйылды. Дәрескә килеүселәр араһында хаҡлы ялдағылар ҙа, йәштәр ҙә бар ине. Ҡунаҡтарыбыҙ Сибай ҡалаһы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары, оҫтабикәләр - Венера Әнүәр ҡыҙы Йәнбәкова, Минһылыу Тәржемән ҡыҙы Усманова таҫтар һәм һарауыс эшләү ысулдарын өйрәнеп, үҙҙәренең оҫталыҡ серҙәре менән уртаҡлашып ҡайттылар.Йылайыр районы ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Моратова Миләүшә Шаһыбал ҡыҙы был дәресте "аралашыу йолаһын" тергеҙеү маҡсатына бағышланы. Оҫтабикә апайҙарыбыҙ үҙ эштәре менән таныштырҙы; Валеева Рәшидә һәм Мырҙагильдина Шәмсикамал апайҙар сарыҡ эшләу серҙәрен өйрәтһә, Такалова Фәниә апай һарауыс сигеү уҙенсәлектәре менән таныштырҙы. Йылайырҙан килгән ағинәйебеҙ Рәйсә Тимергәле ҡыҙы таҫтар тегеү һәм сигеү оҫталыҡ серҙәре менән бүлеште, һәм күп йылдар буйы һаҡлап килгән бейеменең ҡомартҡыһы таҫтары менән таныштырҙы. Сәй табынында Ағинәйҙәр менән халҡыбыҙҙың күркәм ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, боронғо ҡул кәсептәрен, милли ризыҡтарын тергеҙеү тураһында һүҙ барҙы.Оҫталыҡ дәресендә һәр кем үҙенә кәрәк мәғлүмәт алып, оҫталыҡ серҙәрен өйрәнеп бүлешеп һәм тере аралашыүға ҡыүанып ҡайтҡандарҙыр тип ышанабыҙ. Килгән ҡунаҡтарыбыҙға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.


