С Юбилеем! (Аургазинский район)

Иҫәнбаева Нәсихә Иркәбай ҡыҙына

"Урал" ауыл хужалығы кооперативы идараһы, ветерандар советы хөрмәтле Иҫәнбаева Нәсихә Иркәбай ҡыҙын 85 йәшлек оло юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлай! Юбилярғa киләсәктә яҡындары менән тыныслыҡта, һаулыҡта, муллыҡта, ҡыуаныста йәшәргә насип булһын.
Нәсихә Иркәбай ҡыҙының бар хеҙмәт юлы 1956 йылдан тыуған ауылы, туған колхозы менән бәйләнгән. Хәрәкәткә еңел, һәр эште яратып, еренә еткереп атҡарырға яратҡан йәш ҡатын бер хеҙмәттән дә ҡурҡмай, 38 йыл бар эшен күңел биреп башҡара. Сөгөлдөр баҫыуында, токта, ферма арандарын һылауҙа, 8 йыл һауынсы, 8 йыл йәш быҙауҙар ҡарай, ә хаҡлы ялға сыҡҡас тағы ла 5 йыл ялан эшселәренә тормош иптәше Сыңғыҙхан ағай менән ҡаҙан аҫып төшкө аш бешерә ул. Һәр ваҡыт эштә тыныс булып ҡалды. Бигерәк тә аш бешергәндә Нәсихә апайҙың тыныслығын, кешелеклеген, һәр ялан эшселәрен үҙ яҡындары кеүек ихлас итеп һыйлай белгәнлеген һоҡланып күҙәтә инем. Механизаторҙар йылы ашҡа рәхмәтле булдылар, бары бер-ике кеше генә һирәкләп ризаһыҙлыҡ күрһәтер инеләр, юҡ, аштың тәмһеҙлегенә түгел, ә бүлеп биргән иттең һимеҙлегенә. Колхозда улар ҡаҙан аҫып, ялан ашы бешереүсе һуңғы ашнаҡсы булдылар, һуңғы эш йылдарында уларға ла газ плитаһы ҡуйылған ашхана (МХП контораһы) эләкте. Тағы ла, юбилярҙың хеҙмәт юлы тураһында һөйләнеүен үтенгәндә бер нимәгә иғтибар иттем, Нәсихә апай бер тапҡырҙа заманаларҙың, эшләгән эштәренең ауырлығына зарарланманы, шулай кәрәк ине, шуға эшләнек, беҙҙең быуын барыһы ла тигеҙ күтәрҙе, тип кенә ҡуйҙы.
Хөрмәтле юбиляр! Хоҙай Һеҙҙе сәләмәтлектән, бәхеттән айырмаһын. Алдағы көндәрҙә лә имен көндәр, ҡәҙер-хөрмәттә, балаларығыҙҙың игелектәрен күреп шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа оҙон-оҙон ғүмер кисереүегеҙҙе теләйбеҙ.

"Урал" ауыл хужалығы кооперативы

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей