С Юбилеем! (Аургазинский район)
Дилмөхәмәтов Мансур Нурулла улына!
“Урал” ауыл хужалығы кооперативы идараһы, ветерандар советы хөрмәтле Дилмөхәмәтов Мансур Нурулла улын 80 йәшлек оло юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлай!
1960-1963 йылдар Мансур Нурулла улы Совет Армияһында хеҙмәт итә, 1964 йылда Первомайский СПТУһында уҡып тракторист һөнәрен алып сығып туған колхозында тракторист булып эш башлай. 1965-2000 йылдар дауамында һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, 35 йыл арымай-талмай МТЗ-5, МТЗ-50, ЮМЗ-6 һәм МТЗ-80 тракторында тир түгә. Беренсе тракторында биш йыл, ә ҡалғандарында унар йыл эшләй. МТЗ-5 тракторында колхозда беренселәр булып Мораҙымдан Аетбаев Минияр Хатип улы менән (уныңда МТЗ-5) ЖРБ-4,2 жаткаһын артҡа навескаға тағып борсаҡ саба башлайҙар. Бик яуаплы, уңайһыҙ эш, сөнки трактор артҡа бара, көнө буйы артҡа ҡарап барырға кәрәк. Быға тиклем борсаҡты өмә яһап, ҡул менән йолҡоп бакуйға һалалар ине, быны беҙҙең быуын да яҡшы хәтерләй, беҙгә лә эләкте был эштәр. 25 йыл кукуруз сәсә, ә көҙөн КС-1,8 “Вихрь” комбайны менән силосҡа ура, бесән ваҡытында КС-2,1 бесән сапһа, подборщик-копнитель ПК-1,6 менән күбәләй, һуңғы йылдарҙа КУН тағып бар тейәү эштәрен башҡарҙы. Мансур ағайҙың һәр ваҡыт тракторы төҙөк, тәртиптә булды, һәр эште яратып, еренә еткереп эшләгән механизатор ине. Матур эштәре менән Мансур Нурулла улы ҙур абруй һәм хөрмәт ҡаҙанды.
“Хеҙмәтемде баһаланылар, хөкүмәт наградалары, бүләктәрем күп булды”, - тип, рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә алды колхоз етәкселәрен, бригадирҙарҙы һәм әлбиттә, бергә эшләгән бар тракторист иптәштәрен. СССР Юғары Советы Президиумының 1973 йылдың 7 декабрендәге указы менән Мансур Нурулла улы “Почет билдәһе” ордены менән бүләкләнә. 2002 йылдың 5-се февралендә “Урал” ауыл хужалығы кооперативының дөйөм йыйылышы ҡарары менән Мансур Нурулла улына “Урал ауыл хужалығы кооперативының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде. «Миҙалдарым бар, маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары, бихисап “Социалистик ярыш еңеүсеһе” һәм иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнеләр хеҙмәтемде, ә бына былтыр үҙебеҙҙең республика башлығы Р.Ф.Хабировтың указы менән «Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл» юбилей миҙалы менән ҙурланылар”, - тип тағы ла рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе хеҙмәт ветераны.
Хөрмәтле юбиляр! Оло байрамығыҙ менән ихлас тәбрикләп, Һеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, артабан да бәрәкәтле мул тормошта, иҫәнлектә-һаулыҡта һәм шатлыҡ-ҡыуаныста ғына йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ! Балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ изгелеге, мәрхәмәте йәшәлер йылдарҙың йәмен арттырһын, шатлығы булһын, яҡты көндәргә нур өҫтәһен.
“Урал” ауыл хужалығы кооперативы


