Старт алды

Кисə, йəғни 25 июндə, Рəсəй Конституцияһына төҙəтмəлəр индереү буйынса тауыш биреү башланды. Участкалар иртəнге 8-ҙə асыла һəм киске 8-гə тиклем эшлəй. Тауыш биреү 1 июлгə тиклем дауам итəсəк. Көйөргəҙе районында ла был көндө һайлау участкалары үҙҙəренең эшен башлап ебəрҙе. Шулай итеп, һеҙ 25 июндəн алып 1 июлгə хəтлем үҙегеҙҙең һайлау участкаларығыҙға барып тауыш биреү хоҡуғына эйəһегеҙ. Тик һайлау участкаһына барған саҡта, паспортығыҙҙы алырға онотмағыҙ! Шулай уҡ, коронавирусҡа бəйле, быйылғы һайлауҙарҙа махсус, сирҙəн һаҡланыу ҡағиҙəлəрен үтəргə лə онотмаҫҡа кəрəк буласаҡ. Битлек, бирсəткəлəр кейеү һəм башҡа һаҡланыу сараларын күреү мотлаҡ. Был көндəрҙə һəр кем үҙенең гражданлыҡ бурысын үтəр, тип ышанабыҙ. Р. ҒƏЛИЕВА

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей