Суртанүҙәк ауылында иҫтәлекле сара үтте
26 августа 2021
Унда Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә обелиск асылды. Тантанала район башлығы Б.Н.Мелкоедов. Матрай ауыл биләмәһе башлығы И.С.Йәрмөхәмәтов, ауылдың почетлы граждандары һәм ауыл халҡы ҡатнашты. Быға тиклем ҡуйылған обелиск емерелгәс, уның урынына яңыны тергеҙеп ҡуйырға килешәләр суртанүҙәктәр. Ул яҙмыштарына ауыр һуғыш йылдары төшкән ата-бабаларыбыҙ иҫтәлеген кәүҙәләндереп, килер быуындарҙы тыныс тормоштоң ҡәҙерен белергә саҡырып торор.
