Әсәйебеҙ – беҙҙең ғорурлыҡ

Әсәйебеҙ – беҙҙең ғорурлыҡ

Алтын көҙҙөң матур көндәрендә әсәйебеҙ Сәүиә Әхмәтйән ҡыҙы Вилданова үҙенең 90 йәшлек юбилейын билдәләй. Әсәйебеҙ 1931 йылдың 28 сентябрендә Ҡыйғы районының Йүкәлекүл ауылында колхозсы ғаиләһе Әхмәтйән һәм Фатима Вилдановтарҙың алтынсы балаһы булып донъяға килә. Тыуған ауылында ете класты тамамлап, Ҡаратаулы урта мәктәбендә уҡыуын дауам итә. Һуңынан Мәсәғүт дәүләт уҡытыусылар институтының физикаматематика факультетына уҡырға инә. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1951 йылда Ҡыйғы районы Арслан мәктәбендә башлай. Шунда уҡ буласаҡ тормош иптәшен – Әминев Ғимал Биктимер улын осрата. Ул да, Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлағас, ошо мәктәпкә йүнәлтмә буйынса ебәрелгән була. 1956 йылда йәш уҡытыусылар ғаиләһе Салауат районына күсенә. Тәүҙә – Миәшәгәр, һуңынан Тирмән мәктәбендә уҡыталар. 1958 йылда Арҡауылда төпләнәләр. Әсәйебеҙ хаҡлы ялға сыҡҡансы ошо мәктәптә математика фәненән белем бирә. Бөтә уҡытыусылар кеүек, педагогик эштән тыш, ауыл халҡы араһында агитация эше алып бара. Арҡауыл мәктәбендә яҡын тирәләге ауыл балалары ла уҡыны, шуға күрә уҡыусыларына өйҙәренә барып, уларҙың көнкүреше менән танышырға ла тура килә. Педагогик ғаиләлә беҙ биш бала үҫтек. Ата-әсәйебеҙҙең мәктәптә эштәре бик күп булһа ла, ғаиләбеҙҙә һәр саҡ өй йылыһы һаҡланды. Үкенескә күрә, атайыбыҙ иҫән түгел инде, беҙҙең аранан киткәненә 9 йыл тулды. Беҙ был тормошта барыбыҙ ҙа үҙ урыныбыҙҙы тапҡанбыҙ, улар беҙгә тейешле тәрбиә бирҙеләр. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн әсәйебеҙ мәктәп хакимиәте, район мәғариф бүлеге, ВЛКСМдың район комитетының Маҡтау грамоталары, “Хеҙмәт ветераны”, “Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн”, “Һуғыш балалары”, шулай уҡ “Еңеүҙең 75 йыллығы”, “II дәрәжә Әсәлек” миҙалдары менән бүләкләнгән, “Бөйөк Ватан һуғышы ветераны” танытмаһы ла тапшырылған. Әсәйебеҙҙең тормош юлы, баҫалҡылығы, мөғәлләмә итеүҙә асыҡлығы менән бик ғорурланабыҙ. Бәхетле әсәй, өләсәйҙең 11 ейән-ейәнсәре бар, улар һәр саҡ көтөп алынған ҡунаҡ. Әсәйебеҙгә, өләсәйебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, рух күтәренкелеге, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей