Әсәйебеҙ – күҙ нурыбыҙ!

Әсәйебеҙ – күҙ нурыбыҙ!

Лағыр ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Фәхртдинова Флүрә Шәйхтдин ҡыҙының бөгөн күркәм ғүмер байрамы, ҡәҙерлебеҙ 80 йәшлек оло юбилейын билдәләй! ғүмер йомғағын артҡа һүтеп ҡараһаң, ниҙәр генә кисермәгән, ниндәй генә һынауҙарҙы үтмәгән Флүрә Шәйхтдин ҡыҙы, әммә яҙмыш елдәренә бирешмәй, тормош юлын лайыҡлы үтеп, әле лә беҙгә терәк булып йәшәй, күңел йы[1]лыһын йәлләмәй балаларына, туғандарына өләшә. Дыуан районы Ҡәҙер ауылында һуғыш башланған йылды донъяға ауаз һала ул. Әсәйебеҙ бишектә ятҡан сағынан атайһыҙ ҡала – уға 3 ай тулғанда атаһы Шәйхтдин яу яланында батырҙарса һәләк була. Ауыр һуғыш йылдарында тыуған сабый ҡыҙ бала теремек, шәп була, тырышып-тырмашып йәшәргә ынтыла, яуҙа һәләк булған ата-бабалары рухына тоғро ҡалып, нәҫел ебен дауам итә. Һуғыштан һуңғы аслыҡ-яланғаслыҡ йылдарында ла бирешмәй, күрше Нәсибаш урта мәктәбенә йәйәү йөрөп белем ала, фән үрҙәрен яулай. Мәктәпте уңышлы тамамлап, Бөрө педагогия институтының биология-химия факультетына уҡырға инә. Артабан оҙаҡ йылдар лағыр урта мәктәбендә химия фәнен уҡыта, уҡыу- уҡытыу буйынса директор урынбаҫары булып эшләй. Йәш белгес ауылдың йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашып, халыҡ араһында абруй яулай, артабан ауылдаштары уны ауыл Советы рәйесе вазифаһына тәҡдим итә. Уңған, тырыш, фекерле белгес бында ла һынатмай, ауылдың үҫеше өсөн күп көс һала, тыуған яғының киләсәге өсөн изге эштәр башҡара. Ошо ауылда тормош иптәше Рәхимйәнде осратып, татыу ғаилә ҡора улар, 5 бала – 1 ул, 4 ҡыҙ тәрбиәләп, оло тормош юлына аяҡ баҫтыралар. Һәр береһенә юғары белем бирәләр, хәҙер улар Өфөлә йәшәй, 2 ҡыҙы фән кандидаты – философия һәм химия фәндәрен өйрәнә, һәр береһенең үҙ тормошо, үҙ ғаиләһе. Атайыбыҙ был донъяла юҡ инде, әсәйебеҙ – күҙ нурыбыҙ, беҙгә йәшәү көсө биреп, донъябыҙ йәме булып оҙағыраҡ балҡы, нурлан! Күҙ нурҙарын түгеп, күңел биреп, Төн йоҡламай ҡарап үҫтерҙең, Хәҙер һинең ғәзиз балаларың Шатлыҡ-ҡыуаныстар килтерһен. Оҙон ғүмер, һаулыҡ бирһен Хоҙай Баш эйәбеҙ һинең алдыңда. Изгелегең өсөн мең-мең рәхмәт, Ҡояш көлһөн ғүмер таңыңда! Әсәй! Иҫәнлектә-һаулыҡта, бәхетле, мул тормошта, балаларыңдың иғтибарына, һөйөүенә төрөнөп оҙон-оҙаҡ йәшә!

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей