Таштимерҙә эш гөрләй

Уҙған йылда 36 ауыл ҡатнашҡан «Айыҡ ауыл-2020» республика конкурсында таштимерҙәр бер меңгә тиклем кеше йәшәгән ҙур ауылдар араһында өсөнсө урынға лайыҡ булды һәм ике миллион һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.Әлбиттә, еңеү еңел бирелмәне. «Сәләмәт ауыл» район бәйгеһендә беренсе урын яулап республика кимәленә сыҡҡан таштимерҙәр «Айыҡ ауыл» конкурсы талаптарына ярашлы күп эштәр башҡарҙы, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған саралар даими уҙғарылды, эскелек, наркомания, тәмәке тартыу, енәйәтселек кеүек кире күренештәрҙе профилактикалау маҡсатында әңгәмәләр, «түңәрәк өҫтәл»дәр, кәңәшмәләр йыш ойошторолдо, төҙөкләндереү өмәләре үтте, ирекмәндәр оло йәштәгеләргә ярҙам итте һ.б.

Ауыл халҡының әүҙем, берҙәм, дөргөн булыуы һөҙөмтәһендә таштимерҙәр республика кимәлендә еңеүселәр иҫәбендә билдәләнеп, ике миллион һумлыҡ сертификат алып ҡайтты.
Конкурс положениеһына ярашлы был аҡсаны ниндәй маҡсатта тотоноуҙы ла халыҡ үҙе хәл итергә тейеш. Әлбиттә, уртаҡ фекергә килеү өсөн бер нисә тапҡыр йыйылышты таштимерҙәр. Башта барыһы ла күптән ремонт талап иткән клуб бинаһын эске яҡтан йүнәтеүгә тотоноу яҡлы булдылар. Әммә мәҙәниәт усағы ауыл биләмәһе ҡарамағында булмағас, бүленгән аҡсаны клубты йүнәтеүгә йүнәлтеү мөмкин булмай. Унан инде янғын һағы депоһы кәрәклеген иҫбатлайҙар, әммә был тәңгәлдә лә эш үтә мәшәҡәтле булыуы сәбәпле, унан да баш тарталар.
Артабан инде таштимерҙәр бүләктең бер миллион һумын урамдарҙы яҡтыртыуға тотонорға, икенсе яртыһына ауылдағы хоккей майҙансығына йәнәш балалар майҙансығы эшләргә ҡарар итәләр. Әммә бында ла фекерҙәр айырымлана. Таштимерҙең яңы биҫтәһендә йәшәүсе йәш ғаиләләр үҙҙәренең яғына балалар майҙансығы төҙөүҙе һорай.

 

Автор:Рамиля Истанбаева

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей