Уңайлы ваҡыт

Районыбыҙ ауылдарында ҡаҙ өмəлəре дауам итə. Һауа торошо ла, үҫтерелгəн ҡош-ҡортто эшкəртеп, туңдырып һаҡлап ҡалыу өсөн бик уңайлы шарттар тыуҙыра. Үткəн ял көндəрендə Кинйəабыҙ ауылында крəҫтиəн-фермер хужалыҡ булып теркəлгəн шəхси эшҡыуарҙар: Таһир һəм Лилиə Килмəтовтар, Гөлфиə Рахманғолова, Урал һəм Лилиə Зəйнəғабдиновтар, шəхси хужалыҡта ҡош аҫраусы Харрис һəм Əлфиə Биктимировтар ҙа ҡаҙ өмəлəрен гөрлəтеп, ҙур эштəрен башҡарып сыға. Уларҙың ҡыуаныстарын ишетеп, «Юшатыр» редакцияһы бəйлəнешкə сыҡты. Гөлфиə Рахманғолова: 45 ҡаҙ бəпкəһе алған инек, 43 баш иҫəн-һау үҫеп, өмəлə салынды. Тəүҙəн үк махсус аҙығы менəн бергə һатып алынған “Линда” тоҡомло бəпкəлəр ине. Үҙебеҙ фермерсылыҡ иткəс, өҫтəмə ашатыу яғы проблемалар тыуҙырмай. Уртаса ауырлыҡтары 4-5 килограммға сыҡты. Əлегə таныштар, яҡын-тирəлəгелəр араһында ҡош ите һатып алыу өсөн һорашыусылар күп, тороп ҡалһа инде ҡала баҙарына сығарырбыҙ тигəн уйҙар бар. Лилиə Килмəтова: 40 баш бəпкəне Морапталдан, шəхси хужалыҡтан һатып алған инек, шуларҙы эшкəртеп алдыҡ əле. Уртаса 4,5-5 кг тарттылар. Үлəн бөткəс, ашатыуҙа ла ауырлыҡтар юҡ, үҙебеҙ етештереүсе хужалыҡ алып барғас, барыһы ла етə. Əлфиə Биктимирова: Беҙ ҙə Морапталдан, 12 көнлөк кенə 40 ҡаҙ бəпкəһе алған инек, тоҡомдары яҡшы, ныҡлы булдылар. Йорт-ҡура тирəһе киң, сығарып көтөү өсөн урындар ҙа етəрлек. Өҫтəмə ашатыуға пай ерҙəре өсөн бирелгəн ашлыҡ бик яҡшы булып ҡала. Бик кəрəкһə фермерсыларҙан да алырға мөмкинлектəр бар. Үҙебеҙ, балалар өсөн аҫыраған ҡош-ҡорт, һатыуға ҡалмай ҙа ул. Өмəгə саҡырылыусы, Башҡорт Морапталынан булған, бергə-бергə ҡатышып йəшəгəн, иремдең əрмелəге хеҙмəттəш иптəштəре: Рəмил һəм уның ҡатыны Əминə Минибаевтар, Абдулла һəм уның тормош иптəше Фəнилə Хамитовтар, шулай уҡ, минең класташым Əлфиə Ибатуллина һəм беҙҙең туғандар ярҙам итте. Улар менəн бергə күңелле итеп эшлəп, йырлашып ял көндəре үтте. Лилиə КƏРИМОВА 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей