Уңған һәм әүҙем ҡыҙ
Бишауыл-Уңғар ауылына сәфәребеҙ балаларҙың йәмле каникулына тап килгәс, балалар ял осоронда йоҡолары туйғансы йоҡлайҙарҙыр, тип уйлап, ҡыйынһынып ҡына Вәзирә апайҙарҙың йортона килеп индек. Ҡайҙа ул төшкө ашҡа тиклем йоҡлау, бөтә ерҙә бөхтәлек, йорт себештәре, баҡса ҡаралған, өйҙәгеләрҙең бөтәһе лә аяҡ өҫтөндә ине инде.
Беҙ барып ингәс, Илсиә баҡса емеш-еләген йыйып индерҙе, әсәһе Вәзирә апай хуш еҫтәр таратып, ҡоймағын ҡойған. Шулай итеп иртә менән донъя ҡайнай ине.
- Әсәйемдең тыуған яҡтарына, матур, ғорур тәбиғәтле Бөрйән районына туғандарға ҡунаҡҡа йыйынам. Тыуған Башҡортостаныбыҙҙың һауаһын һулап, яңы уҡыу йылына көс туплап, рәхәтләнеп ял итеп ҡайтырға уйлайым. Ә ҡустым Илнар Саҡмағош районына ҡунаҡҡа юлланды ла инде, - ти Илсиә.
Бишауыл-Уңғар мәктәбенең 8-се класын тамамлаусы Илсиә Рәхмәтуллина бик тырыш, уңған ҡыҙ, үҙ-үҙенә талапсан, һәр нәмәгә яуаплылыҡ менән ҡарай. Бар фәндәрҙән дә тик яҡшы билдәләргә өлгәшә. Бигерәк тә биология һәм химия фәндәрен үҙ итә.
- Уҡытыусыларыма бик рәхмәтлемен. Минең хыялым - хайуандарҙы дауалау. Шуға күрә мәктәпте тамамлағас, ветеринария буйынса китергә иҫәбем бар,- ти ҡыҙ.
Бәләкәй кластан башлап төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнаша ул. Уҙған йылда Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған шиғри конкурста 1-се урын яулай, яҡташ яҙыусыларҙың шиғыр конкурсында икенсе урын ала, Назар Нәжмиҙең ижадына арналған шиғыр конкурсына видео төшөрөп ебәргәндән һуң, сертификатҡа эйә була. “Урал батыр” эпосын башҡорт телендә яттан һөйләү буйынса бәйгелә ҡатнаша. 5-се кластан алып Рәмилә Исхаҡова етәкләгән “Шишмәкәй” түңәрәгенә йөрөй. Бынан тыш, мәктәп һәм район кимәлендә үткәрелгән барлыҡ сараларҙа ла әхирәттәре менән йырлап-бейеп, уңышлы сығыш яһайҙар, ауылда уҙғарылған байрамдарҙан да ситтә ҡалмайҙар. Илсиә мәктәп тормошонан тыш, әсәһенән бәйләм бәйләргә өйрәнә, апаһы Айһылыу менән изолондан ҙур сәскәләр эшләргә өйрәнгән. Илсиә баҡсала сәскәләр үҫтерергә лә ярата. Унда төрлө-төрлө сәскә гөлләмәләре күҙҙең яуын алып ултыра. Күңеле менән күрә белгән матурлыҡты ул ҡағыҙ битенә һала белә икән. Һүрәт төшөрөргә әүәҫлеге барлығын да белдек.
- Бәләкәйҙән йомшаҡ күңелле ул, балалар менән булырға ярата, эшкә дәртле, бәләкәйҙән үҙ өҫтөндә ныҡ эшләне. Өйҙә тик башҡорт телендә аралашабыҙ. Балаларымдың барыһына ла бәләкәйҙән тыуған илгә, телебеҙгә һөйөү уятырға тырыштым. 1-се класҡа Өфө ҡалаһының 136-сы башҡорт лицейына уҡырға барҙы. Артабан үҙ йортобоҙҙо булдырыу ниәте менән Бишауыл-Уңғар ауылына күсенеп килдек. Йомшаҡ күңелле булғанғамы, яңы тормошҡа, яңы класҡа, яңы дуҫтарға, яңы мәктәпкә өйрәнеп китеүе бик ауырға тура килде. Хәҙер инде балаларым өйрәнделәр, дуҫтар ҙа таптылар, мәктәп һәм ауыл тормошо менән ҡайнап йәшәйҙәр,- тип һүҙгә ҡушыла әсәһе Вәзирә Ғилметдин ҡыҙы.
Ысынлап та, ғаиләлә балаларҙы тәрбиәләү үҙ аллы булырға, ауырлыҡтарҙы йырып сығырға, характер формалаштырырға ҡоролған. Шулай булғас, Вәзирә Ғилметдин ҡыҙының балалары өмөтөн аҡларҙар, намыҫлы, тырыш, уңған булырҙар.
Илсиә Вәзирә апайҙың ғаиләһендә өсөнсө бала. Иң оло апаһы Рима ғаиләһе менән Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәй, тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләйҙәр, уртансы апаһы Айһылыу стюардесса булып эшләй, ә инде ҡустыһы Илнар быйыл Бишауыл-Уңғар мәктәбенең 5-се класын тамамлаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Илсиәнең атаһы ғына уның һылыу ҡыҙ булып буй еткергәненә, барлыҡ тырышлыҡтарына, уңыштарына бергәләп шатлыҡ кисерә алмай. Илсиә тыуыр алдынан ғына атаһы баҡыйлыҡҡа күсә...
Тырышлыҡты, өлгөрлөктө юлдаш итеүсе йәштәребеҙгә ҡарап һоҡланырлыҡ. Улар киләсәктә лә, һис шикһеҙ, һынатмаҫ, Тыуған илебеҙҙең лайыҡлы ул-ҡыҙҙары булыр. Яҡты киләсәк тик үҙеңдең ҡулында икәнен аңлап, маҡсаттарға өлгәшеп йәшәүе мауыҡтырғысыраҡ та, шулай бит, егет-ҡыҙҙар?
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы.
