Уңғандарға уңыш үҙе юлдаш
Алсаҡ, аралашыусан апай менән район үҙәгенең “Көнкүреш йорто” алдында таныштым. Үтәгән ауылынан Гөлнәзирә Баһауетдинова бында көн һайын тиерлек ҡаҙҙар, һөт-ҡаймаҡ һатырға сыға. Уның тәмле, сифатлы һәм хәләл ризыҡтарын һораусылар күп, үҙенең даими клиенттары ла бар.
Мәҡәләм геройы менән яҡынданыраҡ танышыу өсөн машинабыҙға ултыртып, Үтәгән ауылына юлландыҡ. Тыуған урамдарында йорт һалып сығып, ғаиләһе менән йәшәгән кесе улы Зәбир Баһауетдиновтарға барып туҡтаныҡ. Ишекте асыу менән Гөлнәзирә апайҙы “нәнәй” ҙә, “нәнәй” тип кемуҙарҙан ейән-ейәнсәрҙәре килеп ҡосаҡланы. Улдары Гимназ, Зәбир, килендәре Юлиә, Лиана беҙҙе ихлас ҡаршы алды. Ҡышҡы көндә иртә менән һатыу итергә сыҡҡан әсәйҙәрен килендәре сәй ҡайнатып, тәмле аштар бешереп көтөп торған.
Әсәй – донъя тотҡаһы
Гөлнәзирә апай Мөкәй ауылында һуғыш уҙаманы Миңнулла Ғәлиулла улы һәм Фәүзиә Әбделнасир ҡыҙы Хәмитовтарҙың ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килгән. Үҙенән һуң тыуған тағы өс туғанына хәстәрлекле апай була ул.
Мәктәпте тамамлағандан һуң Мөкәйҙә йәшәүсе һеңлеһенә ҡунаҡҡа килеп йөрөгән Зәйтүн исемле егет менән танышып, сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр. 1982 йылда өйләнешкән пар Үтәгән ауылында төпләнеп, матур донъя көтә башлай. Бер-бер артлы өс балаға ғүмер бирәләр. Байтаҡ йылдар ҡәйнәһе Ғәбиҙә Ғәҙелгәрәй ҡыҙы менән бергә татыу йәшәйҙәр.
Ғаилә башлығы урындағы колхозда тимерлектә эшләй. Уның алтын ҡулдары тимергә генә йән өрмәй, буралар ҙа бурай, мейес тә сығара. Балта оҫтаһы ауылдаштарына йорт, мунса буралары бурай. Уны бик ярҙамсыл кеше булараҡ иҫкә алалар.
Ҡайғы ағас башынан йөрөмәй, кеше башынан йөрөй шул. 2004 йылдың һалҡын көҙөндә ғаиләнең ҡарағай ағасынан һалған ҙур йорттары янып көлгә әйләнә. Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай, Баһауетдиновтар ҙа бер нимәһеҙ тороп ҡала.
- Янғын беҙ йоҡлап ятҡанда, таң алдынан сыҡты. Ярай әле күршеләр күреп ҡалып, “янаһығыҙ”, тип беҙҙе уятып сығарҙылар. Күлдәксән көйө урам буйында ҡалдыҡ, документтарҙы ла алырға өлгөрмәнек, - тип ул ҡайғылы көндәрҙе әле булһа тетрәнеп иҫкә ала мәҡәләм геройы.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәлә яңғыҙ йөрөмәй, тиҙәр. Өйҙәре янғандан һуң бер йыл үткәс, Зәйтүн ағайҙың йөрәгенә инфаркт булып, 53 йәшендә генә вафат була. Уға улдарын өйләндереү бәхетен күрергә насип булмай. Гөлнәзирә апай балаларына “атай” ҙа, “әсәй” ҙә булып ҡала.
Гөлнәзирә апай, документтар юллағандан һуң, улдарын ауылда ҡалдырып, Өфөнөң сабыйҙар йортона эшкә урынлаша. Бер тәүлек эшләй ҙә, ялында баҙарҙа сәй менән хот-дог һатып, көнөнә 300-400 һум аҡса эшләй. Ҡуртымға фатир алғас, башта Гимназды, мәктәпте тамамлағандан һуң Зәбирҙе лә үҙе менән эшкә алып китә. Йорттары янғандан һуң өлкән ҡыҙы Гөлназдың ярҙамы ҙур була. Барыһы ла уның йортона һыйына. Ауыр мәлдәрҙе бергә күтәрәләр. Әлеге көндә Гөлназ тормош иптәше Илшат менән район үҙәгендә йәшәйҙәр. Гөлназ балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләй. Улдары Рәмил Башҡорт дәүләт педагогия университетында 3 курста уҡый, ҡыҙҙары Гөлшатҡа - 6 йәш.
Ун йыл тирәһе баш ҡалала күмәкләшеп эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр. Егеттәр “Байрам”, “Матрица” магазиндарында эшләгән саҡтарында матур, уңған кәләштәр ҙә осрата.
- Икеһе лә иң элек кәләштәрен миңә күрһәтте. Матур, аҡыллы ҡыҙҙар, берәүгә күҙ һалғас, башҡаларға ҡарамағыҙ, тип өйрәттем.
Лиана ҡала ҡыҙы булғас, ай-һай, ауыл ерендә йәшәргә риза булырмы икән? – тип икеләнгән инем. Аллаға шөкөр, ауылдыҡыларҙан һис ҡалышмайынса донъя көтә киленем. Һыйыр ҙа һауа, һөтөн дә эшкәртә, икмәк тә һала, ҡаҙ ҙа йолҡа, - ти йылмайып Гөлнәзирә апай.
Гимназ менән Юлиәгә туй үткәрәләр. Йәштәр ауылға ҡайтып, Гөлназ апайҙарында йәшәй башлай. Юлиә Бишбүләк районынан килен булып төшә. Биш йылдан һуң Зәбир ҙә яратҡан ҡыҙы Лиананы алып ҡайта. Уларға ла күмәкләшеп туй яһайҙар. Күңел киң булһа, урын етә, тиҙәр. Баһауетдиновтар бәләкәй генә йортта татыу, берҙәм донъя көтә. Унда Гимназ менән Юлиәнең ике балалары, Зәбир менән Лиананың улдары тыуа.
Ғаилә ултырып һөйләшкәндән һуң, иң элек кесе улдары Зәбиргә төп йорт урынлашҡан урамда йорт һалырға тигән бер фекергә килә. Йорттары янғанлыҡтан, район хакимиәте түбән хаҡ менән кредит алырға ярҙам итә. Төҙөлөш буйынса күп эштәрҙе ағай менән ҡусты үҙҙәре башҡара.
Гимназ менән Юлиә аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә адреслы социаль ярҙам программаһы буйынса быуаҙ тана алып, мал тота башлайҙар.
Бер нисә йылдан Гимназға йорт һалырға ниәтләй берҙәм ғаилә. Йорт һалыу тип әйтеүе генә анһат. Өй һалыуҙың ауырлығын үҙ елкәләрендә татый егеттәр. Улар әле һаман да йорт-ҡураны нығытыу менән мәшғүлдәр.
Әйткәндәй, Гимназ менән Зәбир икеһе лә Олокүлдәге “Монетка” һәм “Магнит” магазиндарына йөрөп эшләйҙәр. Хеҙмәт хаҡы юғары булмаһа ла, тотороҡло һәм, иң мөһиме, ғаиләнән алыҫта түгел, тиҙәр улар.
Гимназ һәм Юлиә
Был осор эсендә ғаиләләр тағы ла ишәйә. Гимназ менән Юлиә Баһауетдиновтар ҡыҙҙары Лилиә, улдары Илназ эргәһенә Азалия һәм Айназды алып ҡайталар. Бөгөнгө көндә Лилиә - 7-се, Илназ 2-се класта уҡып йөрөйҙәр, Азалияға - алты, Айназға - өс йәш. Лилиә - ғаиләлә ҙур ярҙамсы. Ул әсәһе менән аш-һыу тирәһендә ярҙамлашырға ла, туғандарын ҡарашырға ла, йорт тирәһендәге башҡа эштәрҙә булышырға ла өлгөрә. Иң мөһиме, мәктәптә өлгөлө уҡыусыларҙан һанала. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, Маҡтау ҡағыҙҙары ала, йыр-бейеүгә лә маһир. Күптән түгел “Урал батыр” эпосын инглиз телендә яттан һөйләп, республика буйынса өсөнсө урын яулаған. Илназ ҡустыһы ла “4” һәм “5” билдәләренә генә уҡып йөрөй. Айырыуса математика фәнен ярата. Мөмкинлектәре сикләнгән бала булыуға ҡарамаҫтан, ғаиләлә Илназды артыҡ иркәләтмәйҙәр, барыһы менән тиң күреп тәрбиәләйҙәр.
- Табиптар ейәнемдең кәмселектәренә иғтибар итмәҫкә, уны кесе йәштән үҙаллылыҡҡа өйрәтеп үҫтерергә кәңәш итте. Ул бик һәләтле, тырыш һәм ярҙамсыл бала. Тағы бер теләгем бар - ауылда мәктәп ябылмаһын ине. Балаларға үҙ ауылында уҡыуы уңайлы бит, - ти өләсәһе.
Кеселәре Азалия менән Айназ әлегә әсәйҙәре эргәһендә иң бәхетле, ғәмһеҙ бала саҡ мәлдәрен кисерә.
Зәбир һәм Лиана
Әлеге ваҡытта Лиана менән Зәбир дүртенсегә атай-әсәй булырға йыйына. 1 класта уҡып йөрөүсе Динислам үҙенә иптәшкә ҡусты көтһә, 5 йәшлек Диана менән 3 йәшлек Зарина беҙгә тағы бер һеңле кәрәк, тиҙәр. Балалар иркен, матур йортта атай-әсәйҙәренең йыуанысы булып үҫеп киләләр. Динисламдың һеңлеләренә етди ағай булыуы күренеп тора, мәктәптә лә теләп шөғөлләнә, ҡушҡан йомоштарҙы ла үтәргә әҙер тора. Ҡыҙҙар ағайҙары мәктәптән ҡайтыуын һағынып көтөп тора.
Йәш ғаилә булыуына ҡарамаҫтан, ике ат, һыйыр малы, һарыҡтар, тауыҡтар аҫрайҙар. Былтыр аҙбар ҙа төҙөгәндәр. Ағалы-ҡустылы йәй көнө бесән, утын әҙерләп, ат менән ташыйҙар. Киләсәктә трактор алырға ла уйҙары бар. Йәй көнө килендәштәр Юлиә менән Лиана 50-шәр ҡаҙ, күпләп бройлер аҫрайҙар. Уларҙы үҫтереп, эшкәртеп, ҡалғанын һатыуға сығаралар.
- Бәпкәләрҙе балалар менән бергәләп күлгә ҡыуып ҡайтыуҙары, барып алыуҙары үҙе бер ҡыҙыҡ. Ҡайһы ваҡыт бәпкәләр күл уртаһына тиклем йөҙөп инһәләр, үҙебеҙ генә сығара алмайбыҙ. Гимназды йәиһә Зәбирҙе саҡырып, кәмә менән ҡыуып алып сығырға ҡушабыҙ. Шул мәлдәрҙе ҡыш көнө һағынып иҫкә алабыҙ, - тип һөйләй Лиана.
Лиана йәйҙәрен төрлө-төрлө сәскәләр үҫтереү менән мауыға. Йәшелсә-емеш үҫтереп, ҡайнатмалар, компоттар, салаттар ҙа эшләй.
Ике ғаиләнең дә балалары бергә уйнап, дуҫ һәм татыу булып үҫә. Байрамдарҙы, тыуған көндәрҙе бергә үткәрәләр. Йәйҙәрен Олокүлдән урамдарына батут саҡыртып килтереп, балаларҙың күңелен күрергә лә өлгөрәләр.
***
Гөлнәзирә апайға әйләнеп ҡайтып, уның балалары өсөн утҡа ла, һыуға ла инергә әҙер булыуы хаҡында яҙғым килә. Балалары ла әсәйҙәрен өрмәгән ергә ултыртмайҙар, уның күрһәткән ярҙамын баһалай беләләр. Гөлнәзирә апайҙың ике йортта ла үҙ бүлмәһе бар. 55 йәшлек юбилейына балалары, туғандары йыйылып, ике бүлмәһенә лә шкаф бүләк иткәндәр. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары менән дә дуҫ-татыу йәшәйҙәр.
- Аллаға шөкөр, балаларым йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтермәйҙәр, үҙ-ара ярҙамсыл, туғансылдар. Улар шулай татыу йәшәгәс, минең дә күңелем тыныс. Улдарымды ла, килендәремде лә берәй эшкә тотонһалар, дәртләндереп торам, күңелдәрен төшөрмәҫкә тырышам. Килен менән ҡәйнәнең мөнәсәбәттәре яҡшы булһа, йәштәрҙең ғаилә тормошо алға тәгәрәй, тип һанайым. Улар үҫтергән ҡаҙҙарҙы, бройлерҙарҙы, һөт-ҡаймаҡты баҙарға сығарып һатып, аҡса эшләргә ярҙам итәм. Балаларымдың дәртләнеп донъя көткәндәрен күреү - үҙе бер ҡыуаныс, - ти киң күңелле әсәй.
Үтәгән ауылын нәҡ Баһаутединовтар кеүек йәш, сәмсел, күп балалы ғаиләләр йәмләй ҙә инде. Уларға артабан да ҡуйған маҡсаттарына ирешеп, татыу һәм берҙәм донъя көтөүҙәрен теләйбеҙ.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотолары.

