Əүҙемлəшергə кəрəк

Аграрийҙар көҙҙөң йылы көндəрен файҙаланып, сəселгəн уңышты йыйыуҙы дауам итə. Быйыл район буйынса көнбағыш 23 890 гектар ерҙə сəселгəн. Райондың баш агрономы Айҙар Туйгилдиндың хəбəре буйынса, 10 октябрҙə «Искра» ауыл хужалығы көнбағышты урып-һуғыуҙы бөтə һəм кукуруз культураһын йыйыуға төшə. Ошо көндəрҙə Түкəн СПК-һы, Ə.Х. Усманов ауыл хужалығы көнбағыш йыйыу эштəрен тамамлап ҡуйған. Бөгөнгө көнгə көнбағыштың 85 проценты урып йыйылған. Көнбағыштың ҡеүəте 9,8 центнер гектарынан. Былтырғы менəн сағыштырғанда (14,9 центнер/га), был күрһəткестəрҙең төшөүе беҙҙең районда ғына түгел, бөтə Рəсəй төбəктəрендə лə билдəлəнə. Баҫыу эштəрендə артта ҡалышыусылар: ЯСЙ «А7 Агро», «НПО Мəлəүез», «Киров» хужалыҡтары, И.Р. Мəзитов крəҫтиəн-фермеры иҫəплəнə. Уларҙың билəмə баҫыуҙарында техника тауышы əле лə тынмаған. - Килəһе ял көндəренəн башлап һауа торошо боҙолоуын, ямғырҙар башланыуын һəм температура күрһəткестəренең киҫкен түбəнəйеүен көтəбеҙ. Шуға күрə ялан-ҡырҙа урып-һуғыу эштəре ҡалған хужалыҡтарҙың баҫыу эштəрендə əүҙемлəшеүен күҙаллайбыҙ, - ти Айҙар Юнир улы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей