Яҙғы баҫыу эштәре

 

  Яҙғы баҫыу эштәре гөрләйРайонда яҙғы баҫыу эштәре бара. Быға яҡшы һауа торошо ла булышлыҡ итә. 
  Ҡайһы бер хужалыҡтар яҙғы (яровые) культураларҙы сәсеп бөткән. Мәҫәлән, Әлкәнең “Юлай” (171 гектар), Урмансының “Уңыш” (132 га), Татар Малаяҙынан Илдар Хамматов (100 га), Нәсибаштан Фидан Ғәлиев (92 га), Илдус Хәйруллин КФХ-лары сәсеүҙе тамамлаған. Шулай уҡ Миәшәгәрҙең “Простор” ауыл хужалығы предприятиеһы (150 га), Шәриптән Алик Хәмиҙуллин (440 га) крәҫтиән-фермер хужалығы ла был эште теүәлләгән. Күпселек хужалыҡтар бойҙай һәм һоло культураларына өҫтөнлөк биргән. 
  Райондың иң ҙур хужалығы – “Таймый” агрофирмаһы 500 гектарҙа сәсеү эштәрен башҡарған. Хужалыҡтың яҙғы культуралар өсөн 1300 гектар ере бар. Тимәк, 40 проценты үтәлгән. Йыланыш ауылының “Братья Пономаревы” агрофирмаһы, Артем Федоров, Наталья Брагина КФХ-лары сәсеүгә яңыраҡ төшкән. 
  Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенең үҫемлекселек буйынса баш белгесе Гүзәл Юлдашбаева хәбәр итеүенсә, бөтәһе дөйөм 7436 гектарға яҙғы иген культуралары сәселергә тейеш. 12 майға ҡарата уның 50 проценты башҡарылған. 
  Бынан тыш, 1612 гектарҙағы ужым культуралары бар. Улар ҡышты имен сыҡҡан. Бигерәк тә Илдар Хамматов һәм “Юлай” КФХ-ларының ужым культуралары яҡшы ҡышлаған. 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей